Иҡтисад
21 Августа , 13:30

Беҙҙең эшҡыуарҙарға Беларусь баҙарының үҙенсәлектәрен аңлаттылар

Башҡортостандың сит илдәрҙәге Рәсәй Сауҙа вәкиллектәре ҡарамағындағы вәкилдәре менән видеоинтервьюлар серияһы дауам итә. Эш “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә алып барыла.

Беҙҙең эшҡыуарҙарға Беларусь баҙарының үҙенсәлектәрен аңлаттыларБеҙҙең эшҡыуарҙарға Беларусь баҙарының үҙенсәлектәрен аңлаттылар
Беҙҙең эшҡыуарҙарға Беларусь баҙарының үҙенсәлектәрен аңлаттылар

Башҡортостандың сит илдәрҙәге Рәсәй Сауҙа вәкиллектәре ҡарамағындағы вәкилдәре менән видеоинтервьюлар серияһы дауам итә. Эш “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә алып барыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығында.

Сираттағы сығарылышта Башҡортостан Республикаһының Рәсәйҙең Белоруссиялағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы вәкиле Тимур Белалов белорус партнерҙары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлектең төп аспекттары тураһында һөйләй. Ул белорус баҙарына яңы сығып килгән башҡорт эшҡыуарҙарын иң күп борсоған өс төп һорауға яуап бирҙе: дәүләт һатып алыуҙарында һәм сәнәғәт кооперацияһында нисек ҡатнашырға, яңы башлаусыларҙың иң йыш ебәргән хатаһы ниндәй һәм экспортсыға кәмендә бер ай ваҡытын һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк кәңәш.

— Белоруссия республиканың өҫтөнлөклө сауҙа партнерҙарының береһе булып ҡала. Дөйөм таможня киңлеге, аңлайышлы уйын ҡағиҙәләре һәм дәүләт һатып алыуҙарына инеү мөмкинлеге белорус баҙарын беҙҙең экспортсылар өсөн мөмкин тиклем уңайлы итә. 2026 йылдың беренсе ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса, Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә Белоруссияның өлөшө 6,1%-ҡа тиклем артты, ә тауар әйләнешенең дөйөм күләмендә экспорт өлөшө 63,1%-ҡа етте — был үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 4,9%-ҡа юғарыраҡ, — тип билдәләне Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Хеҙмәттәшлек инде аныҡ һөҙөмтәләр бирә. Өфөлә Белоруссиянан килтерелгән аҙыҡ-түлек һәм тауарҙар тәҡдим ителгән «Да Дому» белорус селтәр магазины эшләй. Бынан тыш, республика баш ҡалаһы урамдарында «Ҡала кешеһе» («Горожанин») троллейбустарын күрергә мөмкин — был Өфө трамвай-троллейбус заводы (ӨТТЗ) менән берлектәге эшләнмә, ул уңышлы етештереү кооперацияһының өлгөһө булып тора.

Киләсәктә яҡтар машиналар эшләү, химия сәнәғәте һәм ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәттәшлекте тәрәнәйтергә ниәтләй. 2026 йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса туҡыма, аяҡ кейеме һәм машиналар эшләү продукцияһын ташыуҙың һиҙелерлек артыуы теркәлде.
 

Фото: Беларусь универсаль тауар биржаһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас