

Хөкүмәт кәңәшмәһендә ураҡ барышы тураһында һөйләшеү булды. Премьер-министр урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итеүенсә, алты район 100 меңдән ашыу тонна иген йыйған да инде. Улар – Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Дәүләкән, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы һәм Илеш райондары.
– Иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары 800 мең гектар майҙанда һуғылған, был пландың 63 проценты. Бөгөнгә игендең тулайым йыйымы яҡынса – 2 миллион 330 мең тонна, уртаса уңыш гектарынан 29 центнер тәшкил итә, — тине ул.
Илшат Фәзрахманов хәбәр итеүенсә, республика аграрийҙары ужым культураларын йыйыуҙы тамамлаған. 968 мең тонна иген һуғып алынған, гектарынан уртаса уңыш 35 центнер тәшкил итә. Яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары 524 мең гектар самаһы майҙанда һуғылған, был планға ярашлы майҙандың 53 проценты. 1миллион 360мең тонна самаһы иген һуғылған, уңыш гектарынан 26 центнер тәшкил иткән.
Майлы культуралар: рапс, горчица һәм етен яҡынса 56 мең гектар майҙанда сабылған.71 мең тоннанан ашыу май орлоғо һуғылған, уңыш гектарынан 15 центнер тәшкил итә.
– Өс район хужалыҡтарында шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу бара. Бөгөнгә план майҙанының яҡынса алты проценты йәки 2 мең 350 гектарҙан йыйып алынған. Гектарынан уртаса уңыш 320 центнерға яҡын булғанда 75 мең тонна тамыраҙыҡ ҡаҙып алынған, – тине ул.
Башҡортостандың 46 районы аграрийҙары 2027 йылғы уңыш өсөн ужым культураларын сәсеү менән әүҙем шөғөлләнә. Вице-премьер хәбәр итеүенсә, 2027 йылда ужым культураларын сәсеү майҙаны 488 мең гектар тәшкил итә. Был уҙған йыл кимәленә ҡарата 64 процентҡа күберәк.
Әле ужым культуралары 117 мең гектарҙа сәселгән, йәғни пландың 31 проценты. Шуларҙың 22 мең гектарында — ужым арышы, 85 мең гектарында ужым бойҙайы сәселгән. Параллель рәүештә ауыл хужалығы эшсәндәре яҙғы сәсеүгә әҙерләнә. Әлеге ваҡытта планлаштырылған күләмдең 19 проценты, йәғни 37 мең тонна орлоҡ әҙерләнгән. Шуларҙың 4,3 мең тоннаһы – элиталы һәм суперэлиталы орлоҡтар.
Фото: Ауыл хужалығы министрлығы сайты.