

Биш йыл эсендә фестиваль Башҡортостандың иң ҙур мәҙәни ваҡиғаларының береһенә әүерелде, ул йыл һайын тиҫтәләрсә мең ҡунаҡ, һөнәрселәр, артистар һәм ижади индустрия вәкилдәрен йыя. Быйыл фестиваль Стәрлетамаҡтың 260 йыллығына арнала. Өс көнгә ҡаланың тарихи үҙәге — Салауат Юлаев исемендәге сквер - ижадты, халыҡ йолаларын, музыканы, гастрономияны һәм ғаилә ялын берләштергән ҙур майҙансыҡҡа әүереләсәк. Фестивалдең һәр көнөнөң - үҙ тематикаһы.
4 сентябрҙә “Сауҙагәрле Стәрлетамаҡ” программаһы ҡунаҡтарҙы ҡала тарихы менән йәрминкә, милли ихаталар һәм ижади коллективтарҙың сығыштары аша таныштыра.
5 сентябрҙә Стәрлетамаҡтың юбилейына арналған төп байрам саралары үтәсәк. Был көндө Ҡала көнөн асыу тантанаһы, “Тыныслыҡ урамы” милли-мәҙәни үҙәктәре күргәҙмәһе, “Ишек алды” йәштәр майҙансыҡтары, тарихи реконструкциялар, оҫталыҡ дәрестәре, ижади программалар һәм ҙур байрам концерты үтәсәк.
Фестивалдең һуңғы көнө “Йәш Стәрлетамаҡ” девизы аҫтында үтәсәк. Программаның төп геройҙары - балалар һәм йәштәр. Ҡунаҡтар өсөн концерттар, уйын программалары, беренсе курсты студентҡа бағышлау һәм йәштәр бейеү коллективтары фестивале әҙерләнгән.
Быйылғы яңылыҡтар араһында — “Юбилей йомғағы” майҙансығында ҡаланың алдынғы предприятиелары үҙҙәренең ҡаҙаныштарын тәҡдим итәсәк, “Элек - хәҙер” фотокүргәҙмәһе, шулай уҡ Киров паркында интерактив программалар һәм боронғо Стәрлетамаҡта сауҙагәрлек мөхите һүрәтләнешендәге ретро-квартал.
Фестиваль һәм Ҡала көнөн байрам иткәндә “Зәйнетдин” этно-музыкаль проекты һәм “Браво” төркөмө сығыш яһай. Шулай уҡ “Мин башҡортса һөйләшәм” фестивалендә ҡатнашыусылар сығыш яһаясаҡ. Өфө һәм Ырымбур ҡунаҡтары өсөн фестивалдең рәсми ташыусыһы “Башҡортостан ППК-һы”, Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы һәм туроператор менән берлектә “Поезд-Троллейбус” мультимодаль маршруты ҡаралған. Хәрәкәт графигы — https://vk.ru/wall-49919027_28322.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылда “Сауҙагәр 2.0” “Тарихи йүнәлештәге иң яҡшы туристик ваҡиға” номинацияһында Russian Event Awards халыҡ-ара премияһының гран-приһын алды һәм Рәсәйҙең Милли ваҡиғалар календарына индерелде.
Фестивалдең актуаль мәғлүмәттәре һәм яңылыҡтары Сауҙагәр 2.0 сайтында һәм фестиваль төркөмдәрендә:
Сайт: Купец-стерлитамак.рф
Вк: vk.com/kupetcstr
Телеграм: t.me/kupecstr
Макс: https://web.max.ru/-76657468307691
Фото ойоштороусыларҙыҡы.