Иҡтисад
1 Сентября , 16:45

Төбәкте эш урындары менән тәьмин итәсәк

Өфөлә IV «ГеоВызов» халыҡ-ара геология чемпионаты башланды. Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Олег Казанов ҡатнашты.

Төбәкте эш урындары менән тәьмин итәсәкТөбәкте эш урындары менән тәьмин итәсәк
Төбәкте эш урындары менән тәьмин итәсәк

Өфөлә IV «ГеоВызов» халыҡ-ара геология чемпионаты башланды. Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Олег Казанов ҡатнашты.

Быйыл чемпионатта 14 илдең һәм Рәсәйҙең 12 төбәгенең 40 командаһынан 300 студент ҡатнаша. Ҡатнашыусыларҙың географияһы ҙур: Белоруссия, Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡытай, Мозамбик, Ираҡ, Зимбабве, Алжир, Фәләстин, Иран, Мали, Гвинея-Бисау һәм Мексика.

"ГеоВызов" фестивале геология һөнәрҙәрен популярлаштырыу, студенттарҙың һөнәри күнекмәләрен күтәреү һәм йәш белгестәр менән эш биреүселәр араһында бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн күп функциялы майҙансыҡ булып тора. Чемпионаттың генераль бағыусыһы - Рәсәй баҡыр компанияһы.

Тантананы асыуҙа хөрмәтле ҡунаҡтар иҫәбендә «РМК» акционерҙар йәмғиәтенең ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығы директоры Вячеслав Гемель һәм предприятиеның Башҡортостандағы партнеры -  «Салауат» компанияһы директоры Таһир Бәхтигәрәев сығыш яһаны.

Чемпионатты Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров асты.

– Республикабыҙҙа буласаҡ геологтарҙы дүртенсе йыл рәттән ҡаршылау беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - "ГеоВызов" ярыш ҡына түгел, ул фән-геология менән бәйле кешеләрҙе йәлеп итеү нөктәһе. Чемпионатта ҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл арта барыуы ҡыуаныслы.

«РМК» акционерҙар йәмғиәтенең ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығы етәксеһе Вячеслав Гемель да сығышында, чемпионат Башҡортостан өсөн генә түгел, Рәсәй өсөн дә мөһим ваҡиға булып тора, тип билдәләне.

Таһир Бәхтигәрәев сәләмләү һүҙендә Башҡортостандың Әбйәлил районында тау-байыҡтырыу комбинатын төҙөүҙе күҙ уңында тотҡан «Салауат» күләмле инвестиция проектын тормошҡа ашырыу хаҡында әйтеп үтте.

Әлеге ваҡытта ғәмәлдәге лицензия сиктәрендә геологик разведка эштәре үткәрелә. Тәүге көндәрҙән үк "Салауат" компанияһы Әбйәлил районында байтаҡ социаль проекттарҙы тормошҡа ашырған. Мәктәп уҡыусылары өсөн «Ғилем» күләмле олимпиадаһын ойоштороу, «Ирәндек» балалар лагерында спорт майҙансығы төҙөү, Буранғол ауылында мәктәп уҡыусылары өсөн интернатты капиталь ремонтлау, Михайловка ауылында физкультура залын төҙөү, республиканың тәбиғәт һәм һыу ресурстарын тергеҙеү, социаль объекттар биләмәләрен төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү һәм башҡалар – ошо иҫәптә.

«Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев компанияның инвестиция проекты менән таныштырҙы һәм пландары менән уртаҡлашты.

 - «Салауат» инвестиция проектын уңышлы раҫлау һәм иҡтисади нигеҙләү уны тулы күләмдә тормошҡа ашырыуға юл асасаҡ, был төбәкте яҡынса 1 500 яңы эш урыны менән тәьмин итәсәк, - тип хәбәр итте Таһир Тимербай улы презентация барышында. - Буласаҡ тау-байыҡтырыу комбинаты хеҙмәткәрҙәре өсөн юғары хеҙмәт хаҡы, социаль пакет, эш биреүсе иҫәбенә уҡытыу һәм квалификацияны күтәреү, матди ярҙам һ. б. тәҡдим ителәсәк.

«ГеоВызов» чемпионаты 9 сентябргә тиклем дауам итә. Уның программаһы бик бай. Командалар «Нефть һәм газ», «Минералогия һәм петрография», «Геологик маршрут», «Гидрогеология», «Шлихлы һынау», «Геохимия», «Кристаллография», «Палеонтология», «Радиометрия» һәм башҡа  дисциплиналарҙа ярышасаҡ.

Фото: glavarb.ru

Төбәкте эш урындары менән тәьмин итәсәк
Төбәкте эш урындары менән тәьмин итәсәк
Төбәкте эш урындары менән тәьмин итәсәк
Төбәкте эш урындары менән тәьмин итәсәк
Төбәкте эш урындары менән тәьмин итәсәк
Төбәкте эш урындары менән тәьмин итәсәк
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас