Иҡтисад
4 Сентября , 13:15

Эшҡыуарҙар, һеҙҙе Абхазия вәкиле осрашыуға саҡыра!

Башҡортостан эшҡыуарҙарын Рәсәйҙең Абхазиялағы сауҙа вәкиле менән онлайн-осрашыуға саҡыралар, тип хәбәр иттеләр республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан. Был сара “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы ойошторола.

Эшҡыуарҙар, һеҙҙе Абхазия вәкиле осрашыуға саҡыра!Эшҡыуарҙар, һеҙҙе Абхазия вәкиле осрашыуға саҡыра!
Эшҡыуарҙар, һеҙҙе Абхазия вәкиле осрашыуға саҡыра!

Башҡортостан эшҡыуарҙарын Рәсәйҙең Абхазиялағы сауҙа вәкиле менән онлайн-осрашыуға саҡыралар, тип хәбәр иттеләр республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан. Был сара “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы ойошторола.

Осрашыуҙа Рәсәй экспорты өсөн Абхазияға ниндәй тауарҙар килтереүҙең отошло булыуы, таможня процедуралары һәм логистика, бизнес алып барыуға ҡануни талаптар, экспортёрҙарҙы дәүләт тарафынан хуплау саралары, Сауҙа вәкиллеге менән үҙ-ара эш итеү практикаһы, шулай уҡ эшлекле этикет һәм оҙайлы партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен булдырыу тураһында һүҙ барасаҡ. Бынан тыш, ҡатнашыусылар үҙ продукцияһын күрһәтә аласаҡ, был уларға яңы партнерҙар табырға мөмкинлек бирәсәк. Осрашыу 9 сентябрҙә була.

"Абхазия Республикаһы Башҡортостан етештереүселәре өсөн перспективалы һәм ҙур баҙар булып тора. 2026 йылдың беренсе өс айы йомғаҡтары буйынса, был йүнәлештәге экспортыбыҙҙың нигеҙен таш, гипс, цемент, асбест йәки шуға оҡшаш материалдарҙан эшләнгән әйберҙәр тәшкил итте, был төҙөлөш һәм биҙәү материалдарына юғары ихтыяжды раҫлай. Беҙ һатыу номенклатураһын киңәйтеү өсөн ҙур потенциалды күрәбеҙ һәм эшҡыуарҙарыбыҙҙы был йүнәлеште әүҙем үҙләштерергә саҡырабыҙ", - тип билдәләне республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

"Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты Ватан компанияларын хуплауҙың тулы системаһын булдырыуҙы, шулай уҡ дуҫтарса баҙарҙарға йүнәлтеү сараларын индереүҙе күҙҙә тота. Милли проекттың төп бурыстары – иң һөҙөмтәле ғәмәлдәге механизмдарҙы оптималләштереү һәм импортёр илдәрҙә Рәсәй бизнесы тарафынан талап ителгән инфраструктураны формалаштырыу буйынса эште көсәйтеү. Милли проекттарҙың яңыртылған варианттары Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан ғәмәлгә ашырыла.

Фото: БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы.

Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас