Иҡтисад
6 Сентября , 05:45

Экваторҙың аръяғында Башҡортостаныбыҙ менән күрешкәндәй булдыҡ

Бөгөн, 6 сентябрҙә, Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы "Башҡортостан" гәзитенең әүҙем авторы - Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе, техник фәндәр докторы, Рәсәйҙең тау фәндәре академияһы академигы Эрнст Юлбарисовтың Анголаға оҙайлы эш сәфәре тураһында ҡыҙыҡлы яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ. 

Экваторҙың аръяғында Башҡортостаныбыҙ менән күрешкәндәй булдыҡЭкваторҙың аръяғында Башҡортостаныбыҙ менән күрешкәндәй булдыҡ
Экваторҙың аръяғында Башҡортостаныбыҙ менән күрешкәндәй булдыҡ

2025 йылдың 11 ноябрендә Ангола Республикаһы халыҡтары тантаналы рәүештә илдең бойондороҡһоҙлығын иғлан итеүгә 50 йыл тулыуын билдәләне. Һәм был мөһим ваҡиғанан илдең Мәскәүҙәге илселеге лә ситтә ҡалманы. Ул миңә ошо датаға арналған рәсми баҫмалар һәм сувенирҙар бүләк итте. Мин был илдең батыр халҡына ҙур ғорурлыҡ хисен кисерҙем. Унда үткән онотолмаҫ йылдарҙа (ә революцияға 2,5 йыл ғына ине) берҙәм эштә беҙҙең интернациональ бурысыбыҙҙы үтәүгә ошолай оло баһа биреп иҫкә алғандары өсөн ҙур рәхмәт! Ә бит ярты быуатҡа яҡын ваҡыт үткән.

Башта ҡыҫҡаса ғына илдең тарихына туҡталайыҡ. 500 йыл элек португал колонизаторҙары Анголаны һәм Африканың башҡа илдәрен баҫып ала һәм ҡоллоҡҡа төшөрә. 1961 йылда “Анголаны азат итеү хәрәкәте (МПЛА)” бойондорҡһыҙлыҡ өсөн ҡораллы көрәш башлай. Ул көрәш 14 йыл дауам итә. Интервенттарға, тышҡы һәм эске дошмандарға ҡаршы ҡыҙыу һуғыш барғанда МПЛА 1975 йылдың 11ноябрендә Ангола халҡы исеменән тантаналы рәүештә Ангола Халыҡ Республикаһы барлыҡҡа килеүе тураһында иғлан итә.1977 йылда МПЛА–ның 1 дсъезында ҡабул ителгән Программаһында яҙылғанса, “пролетариаттың ғилми идеологияһы булып марксизм – ленинизм, маҡсаты капитализмды тар-мар итеү һәм социализм төҙөү”. Партияның Рәйесе һәм АХР Президенты Агостиньо Нето “был беҙҙең аныҡ һайлаған, беҙгә тәбиғи союздаш булған социализм илдәренә ҡарата мөнәсәбәтебеҙ”, ти. Ошо уңайҙан СССР һәм Ангола Халыҡ Республикаһы араһындағы элек булған стратегик бәйләнештәрҙе иҫкә төшөргәндә яҙыҡ булмаҫ, минеңсә.

Йәш республиканың милли реконструкция өлкәһендә ауырлыҡтар күп була. 2002 йылдың 4 апрелендә генә граждандар һуғышы тамамлана, анголалылар бер ниндәй тышҡы ҡыҫылыуҙан азат рәүештә тыуған ерҙәрендә тыныслыҡ урынлаштыра.

Ангола ер аҫты файҙалы ҡаҙылмаларына бик бай: ҙур ташкүмер, нефть, тимер, баҡыр, никель, алмаз, хром һ.б мәғдәндәре асылған. ХХ быуатта португал колонияларының  тәбиғи  һәм кеше ресурстарына АҠШ, Көньяҡ Африка республикаһы, Франция, ГФР монополияларының ҙур ҡыҙыҡһыныуын тыуҙыра. Айырыуса уларҙың иғтибары тау сәнәғәтенә йүнәлтелә. Ангола Африканың көньяғындағы берҙән-бер нефттең арыу ғына запасы булған төйәге. 1976 йылда ойошторолған “СОНАНГОЛ” милли дәүләт компанияһы Анголаның ҡоро ерендә һәм шельфында газ һәм шыйыҡ углеволородтарын сығарыуға ғәҙәттән тыш хоҡуҡҡа эйә. Компаничның компетенцияһына шулай уҡ эҙләнеү-разведка, ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү, нефтте трансаортлау һәм эшкәртеү инә. 1978 -80 йылдарҙа ҡатнаш совет-ангол контракты буйынса 25 кешенән торған 2 төркөм совет специалистарынан һәм тәржемәселәренән тора ине. Мин Анголаның башҡалаһы Луандала 78-се йылдың март айында 13 кешенән торған төркөм составында Ангола нефть Министрлығында баш инженер вазифаһында эш башланым, икенсе төркөм “СОНАНГОЛ”да эшләне. Специалистар СССР-ҙың төрлө ҡалаларынан: Мәскәү, Баҡы, Грозный, Куйбышев, Һарытау, Сталинград, Калининград һәм Өфөнән (беҙ икәү), 39 – 50 йәштәрҙә, яртыһынан күберәге фән кандидаттары. Мин нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм эксплуатациялау, ә Рәзим Булгаков – разведка һәм промысла геофизикаһы тармаҡтары өсөн яуаплы. Минең ғаилә 4 кешенән торҙо: хәләл ефетем Нәйлә һәм улдарыбыҙ Надир (7 йәш) һәм Булат (2 йәштә). Ҡатындарыбыҙҙы эшкә йәлеп итмәнеләр. Эш көнө 8 сәғәт 40 минут дауам итә.  Киске 9-ҙан комендант сәғәте башлана һәм ошонан өйҙән сығып китеү ҡәтғи тыйыла. Аҙна аҙағында һәр беребеҙ эшләгәне тураһында отчет бирә һәм киләсәк аҙна  планы һәм проблемалары менән таныштыра. Дүшәмбе көн бер специалист радиоалғыс аша ишеткән ил һәм донъя яңылыҡтарынан политинформация үткәрә. Ҡайһы берҙә доллар курсының тирбәлеүе тураһында ла ишетеп ҡалаһың: 1 һумдың тиңдәше 0,65 – 0,67 доллар икән (Л.И. Брежнев заманы, шулай ҙа). Эштә лә, ҡалала йөрөгәндә лә ангол дуҫтарыбыҙ (коллегаларыбыҙ) һәр ваҡыт итәғәтле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алыр инем. Көндең ҡайһы ваҡыты булһа ла, осрашҡан һайын  хәйерле иртә,  -көн, -  кис  тип сәләмләйҙәр. Беҙҙә бындай ваҡыттарҙа йыш ҡына яуап итеп: “ә беҙ һеҙҙең менән һаулашҡайныҡ инде”, йәиһә ”ә беҙ һеҙҙең менән осрашҡайныҡ инде” тигәнде ишетәһең. Һәр хәлдә, анголалылар яғынан беҙгә һәйбәт кенә торлаҡ шарттары, эшкә, төрлө сараларға йөрөү өсөн машина менән тәьмин иттеләр.  Аҙыҡ-түлекте беҙ валютаға ГКЭС магазинында ала торғайныҡ, ул “СОВИСПАНЬ” берлектәге  предприятие  тарафынан караптарҙа туҡтауһыҙ тиерлек тулыландырыла ине. Шунан тыш беҙҙе ҡала магазинена ла беркетеп ҡуйҙылар. Магазинға аҙнаға бер ял көнө контракт етәксеһе Н.И. Билык (Украинанан) һәм тәржемәсе оҙатыуында бара инек. Тормошта һәр ваҡыт улай шыма ғына булмай бит инде. Мәҫәлән шул иҫтә ҡалған: бер заман ГКЭС магазиненең буп-буш кәштәләрендә тик ҡояшта ялтырап, күҙебеҙҙең яуын алып быяла банкала Стәрлетамаҡ иретелгән майы һәм ыҡсым ғына төргәгендә уның тоғро юлдашы Мәләүездең киптерелгән һөтө ултыра. Экватор аръяғында тыуған Башҡортостаныбыҙ менән күрешкәндәй булдыҡ, уның даны ҡитғалар һәм диңгеҙҙәр аша тарала. Афарин! Тағы бер момент. 1979 йылдың ғинуарында Өфөлә температура минус 52-гә төшкән, ә беҙ ул көндө Атлантик океанының яр буйында яңы һауған һөт хәлендәге һыуҙа йөҙәбеҙ, балыҡ ҡармаҡлайбыҙ, ҡояшта ҡыҙынабыҙ, балалар һыу сәсрәтеп уйнай, пальмалар аҫтында ял итәбеҙ. Өфөгә ҡайтҡас, ҡалабыҙҙың ЧП – һын белеп әлбиттә моңайҙыҡ. 1979 йылдың 1 сентябрендә Надир улыбыҙ  Луандалағы Куба вәкиллелегендге мәктәптең рус класына уҡырға инде. Уҡытыу сифатын шунан да белеп була, ҡайтҡас ул отличник булып уҡыуын дауам итте. Контракт 2 йылға төҙөлгән һәм үҙ эсенә отпусктар ҙа планлаштырылған. Беҙҙең ғаилә был мөмкинселектән оҫта файҙаланып 2 йылда самолётта Ер экваторын 4 мәртәбә аша сыҡты. Беҙҙе Ангола Халыҡ Республикаһының Нефть министры иптәш Жоржи МОРАИШ (команданте МОНТИ) ҡабул итте. Бер лифтта Премьер-Министр иптәш Лопу ду НАСИМЕНТУ менән күҙгә-күҙ осрашырға тура килде. Шәхси һаҡсылары булмауына аптрағайным. Ә бит бөтә ерҙә революция рухы батшалыҡ итә, радионан йыш ҡына конрреволюция менән алышта һәләк булған хәрби коиандирҙарҙың исеме яңғырап тора (команданте ВОЛОДИА, команданте ЖИКУ һ.б.). Ошо уҡ йылдың сентябрь башында Президент, доктор иптәш Агостиньо НЕТО Мәскәүгә юлланды тинеләр. 10 сетябрҙә Ангола революцияһы юлбашсыһы иптәш Агостиньо НЕТОНЫҢ үлеме тураһындағы хәбәрҙе ишетеп тетрәндек. Илебеҙҙәге ысын юлбашсыларҙы юғалтыуҙы халыҡтың нисек кисергәненең шаһиты булараҡ, бындай юғалтыуҙар халыҡ хәтерендә мәңге ҡала. А. Нето – “Халыҡтар араһындағы тыныслыҡты нығытыу өсөн” халыҡ-ара Ленин премияһы Лауреаты. Йыл һайын уның тыуған көнө - 17 сентябрҙә “Милли Герой көнө” тип Ангола байрам итә. Башты шомло уйҙар әҙ-мәҙ солғап алды: дәүләт партияның программаһына тоғро ҡалырмы – юҡмы, беҙҙең дуҫлыҡҡа тарҡалыу янамаймы, һ.б. Кәләшем дә әйтә: алда ни булыры билдәһеҙ, мин балалар өсөн ҡурҡам, беҙҙе ҡайтар, ти. Беренсе Президенттың лайыҡлы вариҫы булырлыҡ СССР-ҙа инженерлыҡ һәм хәрби әҙерлек үткән иптәш Эдуарду Душ САНТУШ һайлана. Ә кәләшемә минең яуап ҡыҫҡа:  “ни булһа ла, минең ғаиләмдең яҙмышы бер булыр”. Башҡалала үткән сараларҙан иң зауыҡ, йәйғорҙың бөтә сағыу төҫтәренән торған йылдың иң эҫе айы – февралдә үткән карнавал ҙур тәьҫир ҡалдыра. Әйткәндәй, йыл әйләнәһенә 1 – 2 мәртәбә генә кис пинжәк кейергә тура килде, төндә иң түбән темпратура +19-ҙан төшмәй.

Билдәле булыуынса, Африка платформаһының көнбайыш периферияһында океан яны тирәһендә бөгөл һәм уйылдар системаһы урынлаша. Шулар иҫәбенә АХР биләмәһендәге 3 нефть-газ бассейны инә: КВАНЗА, ЗАЙРИ һәм КАБИНДА. Тәүге нефть ятҡылығы Анголала 1955 йылда асыла һәм 1965 йылдың аҙағынаса ПЕТРАНГОЛ компанияһы Кванза бассейнында берҙән-бер нефть сығарыусы була. Унда Португалияның дәүләт һәм хосуси капиталынан башҡа мөһим позицияны Бельгия компанияһы ПТРОФИНА биләй. Нефтте эшкәртеү заводы ла ПЕТРАНГОЛ милке була. АХР Нефть Министры иптәш Ж. МОРАИШ-тың раҫлауы буйынса, “колониализм ваҡытында ул Ангола халҡы мәнфәғәттәрен хөрмәт итмәй, бер ниндәй контролгә буйһонмай, бер ниндәй ҙә техник нормаларға тап килерлек кәрәкле тикшереү эштәре үткәрмәй. Хөкүмәт был хәлде ҡәтғи рәүештә яҡшылыҡҡа үҙгәртеүгә бөтә көсөн һаласаҡ”. Ер аҫтын тотоноуҙағы сит ил компанияларының принциптарына ҡаршы нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙе ғилми принциптарҙан сығып эш итеү мәсьәләһе – беҙҙең алда торған төп бурыс. Тәбиғи, айырым иғтибар эштең үтәлеше беҙҙең специалистар тарафынан иң юғары кимәлдә булырға тейеш, сөнки оппоненттар һәм конкуренттар булып бөтә донъяға билдәле АҠШ, Бельгия, Япония һ.б.фирмалары беҙгә ҡаршы тора. Алдан уҡ шуны әйтергә кәрәк, Ангола яғы был мәсьәләлә беҙҙең специалистарҙың эше менән ҡәнәғәтлек белдерҙе. 1978 йылдың 1 ғинуарына Ангола 25 нефть һәм газ ятҡылығна һәм ҡоро ерҙә һәм шельфта яңы ятҡылыҡтар асыу өсөн яҡшы перспективаларға эйә була. Ләкин КВАНЗА – ул ангола нефтенең үткәне булһа, бөгөнө һәм иртәгәһе КАБИНДА һәм ЗАЙРИ менән бәйләнә. Әгәрҙә инде нефть һәм газ сығарыуҙа ғына түгел, ә ғөмүмән нефть сәнәғәтен үҫтереү маҡсатынан ҡарағанда төп полигон булып ЗАЙРИ бассейны һанала, сөнки КВАНЗА-ның ятҡылыҡтары ярлыланған (үҙләштереүҙең һуңғы стадияларына еткәндәр), ә “КАБИНДА ГАЛФ ОЙЛ КОМПАНИ” (американың “ГАЛФ ОЙЛ К”.-ның филиалы) яр буйында диңгеҙ платформаларында ныҡ баҫып тора.  Ул 1957-се йылдан бирле Кабиндала нефть һәм газ разведкалау һәм сығарыу концессияһына хужа булып ҡала. Ангола халҡы 1975 йылда яулаған бойондороҡһоҙлоғона ҡарамаҫтан ғилми-техник һәм етештереү өлкәләре сит ил компанияларында ҡала бара. Әлегә Углеводород сәймалына разведка торошо, запастар, үҙләштереү һәм сығарыу тураһында объектив информация өлкәһендә ҙур үҙгәрештәр күренмәй. Шулай булмай ни. 1972 йылдан Нефть Министрлығының архивында нефть ятҡылыҡтарының үҙләштерелеү һәм нефть сығарыу тураһында күп документтар юғалған, ә бинаһы туҙҙырылған. Ыңғай яғына килгәндә, ЭВМ-да информацияны техника ярҙамында эшкәртеү компанияларҙа киң файҙаланыла, әммә беҙгә әлегәсә уларҙан сыҡҡанды ҡулланыу икеле, сөнки улар беҙгә 1,5 – 2 айҙан килеп инеүе үҙенең актуаллеген һәм беҙҙең һығымталарҙың һәм тәҡдимдәребеҙҙең көсөн юғалта.                Бигерәк тә КВАНЗА бассейнында скважиналар фонды ташландыҡ хәлдә. 1968 йылдан бирле скважиналарҙың күбеһендә ҡатлам баҫымы үлсәнмәй, газ скважиналарын тикшереү бик ауыр хәлдә, сөнки компанияларҙы газ сауҙаһы ҡыҙыҡтырмай. Икенсе яҡтан, әлегә нефть сығарыу һәм уның менән тығыҙ бәйле позициялар: быраулау күләме, яңы скважиниларҙы сафҡа индереү, яңы ятҡылыҡтарҙы йыһазландырыу һ.б. буйыеса дәүләт планы төҙөлмәгән. Прогноздарҙа үҙәштереүҙең стадиялары иҫәпкә алынмаған, скважиналар иҫәбе һәм уларҙың урынлашыу пландары, ҡатламдарға тәьҫир итеү системаһын индереү ваҡыты, газды үҙләштереү юлдары, нефтте әҙерләү һәм транспортлау һ.б. күрһәтелмәгән һәм был күҙаллауҙар ятҡылыҡтарҙың фактик торошон анализлау һәм контроль өсөн етәксе документ (проект) тип һанала алмай.

Ошо мәсьәләләрҙең бөтәһе: айырым һәр бассейн, һәр ятҡылыҡтар һәм һәр скважина буйынса 2 йыл эсендә минең тарафтан 69 документ ҡаралған, улар буйынса һығымталар яһалған һәм тәҡдимдәр бирелгән. 1955 – 1979 йылдарҙа скважиналарҙы тикшереү, уларҙы эшкә ебәреү һәм эксплатациялау, продуктив скважиналар фонды һәм эштән сыҡҡандарҙың сәбәптәре тарихы, ҡоро скважиналар һаны һәм номерҙары буйынса статистик мәғлүмәттәрҙе тергеҙгәнмен. 1977-79 йылдарҙа 9 ятҡылыҡты үҙләштерелеү графиктарын төҙөгәнмен. КВАНЗА бассейнындағы  ятҡылыҡтарҙың әлеге һәм артабанғы үҙләштереү, эштән туҡтаған скважиналарҙы яңынан эшкә ебәреү һәм алдағы 10 йылға нефть сығарыу күләме прогнозын биргәнмен. Скважиналарға яңы дебит ҡуйыу һәм ятҡылыҡтарҙың яңы нефть сығарыу нормаһына тәҡдимдәр, быраулау, скважиналарҙы тәрәнәйтеү һәм комплектлау буйынса геологик программаларға, КВАНЗА һәм ЗАЙРИ бассейндарында 1979 һәм 1980 йылдарға ҡарата “ПЕТРАНГОЛ”, “СОНАНГОЛ” иҫәп - хисаптарына йомғаҡ яһалған. Шәхси архивымда ошо мәсьәләләргә арналған бассейндар буйынса ентекле 3 отчетым һаҡлана.

Ятҡылыҡтарҙың һәм скважиналарҙың үҫеш законлыҡтарын асыуға арналған бөтә был беҙ башҡарған эштәр республика буйынса нефть сығарыу күләменең яҡын һәм уртаса перспективаһын билдәләргә нигеҙ була. Ысынлап та, Ангола артабан нефть сығарыуҙа шаҡ ҡатырғыс үҫеш кисерә. 1981 йылда сығарыу күләме 9,4 млн. т, йәки тәүлегенә 180 мең баррельгә етә. Уҙған йыл мен,ән сағыштырғанда  был 17%-ҡа артыу тигән һүҙ. АХР-ға был 2 млрд долларҙан торған килем килтерә. Беҙҙән һуңғы хәлгә күҙ ташлағанда, яңы асылған нефть ятҡылыҡтары иҫәбенә 1986 йылда 11 млн.т, ә 2016 йылда республика Африкала нефть сығарыу буйынса беренсе урынға сыға. Луандалағы нефть эшкәртеү заводының ҡеүәте 2 млн. т етә (1979 йылда ҡеүәтен 1 млн. т-ға минең коллегаларым еткергән ине).

Әммә донъялағы 1980 - 90-сы йылдарҙағы процесстар – “перестройка”, СССР-ҙың тарҡалыуы МПЛА етәкселегенә масштаблы үҙгәртеп ҡороу бурысы килеп баҫа. Иҫәп аҡрынлап марксизм – ленинизм идеологияһынан арыныу, күп партиялы демократияға һәм баҙар иҡтисадына күсеү, илдең конституцияһына үҙгәрештәр индереү. Ангола тарихында яңы этап башлана. Ошонан һуң тик 2019 йылда ғына Сочила “1-се Рәсәй – Африка саммиты һәм иҡтисад форумы” үтә. “Был ваҡиға ысынында Рәсәй һәм Африка дәүләттәре араһындағы бәйләнештәренең яңы битен аса” (В. Путин). 2000 йылдар уртаһында яңы хоҡуки нигеҙҙә РФ һәм АР араһында фәнни-техник һәм иҡтисади, ш.и. геология һәм тау эштәре буйынса, килешеҙәргә ҡул ҡуйыла. 2003 йылда Мәскәүҙә “Рәсәй – Африка П саммиты” уҙа.

Ангола Республикаһы өсөн юғары квалификациялы специалистар әҙерләүҙә Өфө дәүләт нефть техник университетында һөҙөмтәле тәжрибә тупланған. Студенттар һәм аспиранттар һаны 80-гә еткән ине. Заманында кафедра профессоры булараҡ, һуңғараҡ был юҫыҡта ла миңә әүҙем ҡатнашырға насип булды.

Авторы - Эрнст Юлбарисов,

Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе

Техник фәндәр докторы

Рәсәйҙең тау фәндәре академияһы академигы

Экваторҙың аръяғында Башҡортостаныбыҙ менән күрешкәндәй булдыҡ
Экваторҙың аръяғында Башҡортостаныбыҙ менән күрешкәндәй булдыҡ
Экваторҙың аръяғында Башҡортостаныбыҙ менән күрешкәндәй булдыҡ
Экваторҙың аръяғында Башҡортостаныбыҙ менән күрешкәндәй булдыҡ
Автор:
Читайте нас