

Башҡортостан бер нимәгә ҡарамай халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүен дауам итә. 2025 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше 3,73 миллиард АҠШ доллары тәшкил иткән. Партнерлыҡ географияһы 114 илгә тиклем киңәйә, был 2024 йылғы күрһәткестән 12,9 процентҡа күберәк. Төп контрагенттар булып яҡын һәм алыҫ сит илдәр ҡала: Ҡытай, Төркиә, Ҡаҙағстан, Һиндостан, Үзбәкстан, Беларусь һәм Ҡырғыҙстан.
Һуңғы ваҡытта Башҡортостан Абхазия менән хеҙмәттәшлекте көсәйтте. Ике яҡлы сәфәрҙәр йыл дауамында бер нисәгә етә башланы. Йәйен генә Башҡортостан етәкселеге Абхазияла рәсми эш сәфәре менән булып ҡайтҡайны, әле ошо көндәрҙә улар беҙгә үҙҙәре килде. Был сәфәрҙе Абхазия Президенты Бадра Гунба үҙе етәкләне.
Радий Хәбиров менән Бадра Гунба аралашыуҙы Совет майҙанында башланы. Бында улар Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды. Артабан Абхазия Президенты Бадра Гунба менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика йортонда осрашты. Көн тәртибендә – сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе артабан үҫтереү.
Башҡортостан менән Абхазия туризм өлкәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү яҡлы, тип билдәләне Радий Хәбиров. Атап әйткәндә, яҡтар “Башҡорт-абхаз оҙон ғүмерлеге” программаһын дауам итеү, шулай уҡ Өфө менән Сухум араһында тура авиабәйләнеште үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын Абхазияның туристик мөмкинлектәре менән киңерәк таныштырырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Республика Башлығы был маҡсатта Абхазия туристик индустрияһы вәкилдәренең Башҡортостанға эш сәфәрен ойошторорға тәҡдим итте.
– Туроператорҙарығыҙҙың беҙгә килеүе һәм тейешле йүнәлештә эш алып барыуы маҡсатҡа ярашлы булыр ине, сөнки кешеләр һеҙҙә ниндәй яңы ҡунаҡханалар барлыҡҡа килеүен, ниндәй объекттарға барыу яҡшыраҡ икәнен белмәҫкә мөмкин, – тине Радий Хәбиров.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлеккә айырыуса иғтибар бүлде. Бадра Гунба Абхазия һәм Башҡортостан йәштәре араһында бәйләнештәрҙең нығыныуын билдәләне. Атап әйткәндә, был эш Өфөлә Евразия фәнни-тикшеренеү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусындағы Рәсәй-абхазия мәҙәни үҙәге майҙансығында ойошторолған.
Абхазия Президенты Бадра Гунба шулай уҡ Башҡортостанға Сухумда Диоскурҙар яр буйын реконструкциялауға булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Объектты тергеҙеү Рәсәй төбәктәре, шул иҫәптән Башҡортостан ярҙамы менән башҡарылды.
Ике етәксе осрашыуынан һуң власть органдары етәкселәре ҡатнашлығында йәнә бер киңәйтелгән кәңәшмә үтте. Яҡтар берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышын тикшерҙе, шулай уҡ хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү өсөн перспективалы йүнәлештәрҙе билдәләне.
Радий Хәбиров иҡтисади һәм социаль күрһәткестәрҙең үҫешендә сағылыш тапҡан ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.
– Беҙҙең сәфәрҙәр Башҡортостан менән Абхазия араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн бик файҙалы. Бөгөн, Рәсәй менән Абхазияның дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыуына 18 йыл тулыу көнөндә, һеҙҙең, хөрмәтле Бадра Зураб улы, республикабыҙҙа булыуығыҙ символик мәғәнәгә эйә, – тине Радий Хәбиров. – Берлектәге эш йылдарында йылы эшлекле мөнәсәбәттәр булдырҙыҡ. Муниципалитеттар, башҡарма власть органдары линияһы буйынса хеҙмәттәшлек һөҙөмтәле үҫешә. 2030 йылға тиклем Башҡортостан менән Абхазия араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү буйынса юл картаһы эшләй. Һәм ике яҡлы бәйләнештәрҙең төп драйверы – ул, әлбиттә, әүҙем сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек. Тауар әйләнеше дүртенсе йыл рәттән арта һәм быйыл тәүге алты айҙа ул тотош 2025 йыл кимәленән юғарыраҡ.
Беҙҙең өсөн мөһим башланғыс – Бабушара ауылында (Абхазияның Гурлыпш районы) Башҡортостан халҡы өсөн шифахана төҙөү. Проект буйынса тейешле документация әҙерләнгән һәм уны республика ярҙамында тормошҡа ашырырға планлаштыралар.
Башҡортостан Башлығы сит ил партнерҙарына төбәктең уҡыу йорттары базаһында туристик өлкәлә белгестәр әҙерләү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте.
Абхазия Президенты Башҡортостандың идара итеү командаһына ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға ҙур өлөш индергәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Рәсәй Федерацияһы менән эш итеү – илде үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлеше. Һәм бында төбәктәр менән хеҙмәттәшлек айырым урын биләй, – тине Бадра Гунба. – Башҡортостан тиҫтә йылдар дауамында Абхазия халҡына ярҙам итте. Һәм бөгөн дә беҙҙең ныҡлы дуҫлыҡ иҡтисадта, мәғарифта, мәҙәниәттә системалы эш булдырыуға ярҙам итә.
2025 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан менән тауар әйләнеше 15 тапҡырға артҡан, тип хәбәр итте дәүләт башлығы, шулай уҡ Абхазия туриндустрияһы вәкилдәренең Башҡортостанға сәфәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙары ҙур булыуын билдәләне.
Абхазия Президенты шулай уҡ республика делегацияһын 30 сентябрҙә билдәләнәсәк Еңеү һәм Бойондороҡһоҙлоҡ көнөнә арналған тантаналы сараларҙа ҡатнашырға саҡырҙы.
– Башҡортостан менән үҙ-ара хеҙмәттәшлектең бөгөнгө кимәлен быға тиклем булмағанса тип билдәләргә мөмкин. Беҙ бөтә өлкәләрҙә лә мөнәсәбәттәр үҫешенең бик яҡшы динамикаһын күрәбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Бадра Гунба журналистар менән әңгәмәлә. – Был - Башҡортостан етәкселеге һәм шәхсән Радий Фәрит улы Хәбиров тырышлығы менән барлыҡҡа килгән яңы мөмкинлектәр. Беҙ бындай етди мөнәсәбәт өсөн бик рәхмәтлебеҙ.
Радий Хәбиров иһә хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә әле тулыһынса файҙаланылмаған тигән фекерҙә.
– Бында иҡтисадтың етди үҫеш нөктәһе булып ҡалған туризм күҙлегенән Абхазияның уникаль географик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу мөһим. Беҙ был илде Башҡортостан халҡы өсөн киңәйтеү мөмкинлектәрен тикшерәбеҙ. Ә беҙҙең иҡтисад Абхазиянан партнерҙарыбыҙға ауыл хужалығы продукцияһын оҙатыуҙы арттырыуға яҡшы перспективалар бирә, – тине Радий Хәбиров. – Күп йүнәлештәр буйынса әлегә мөмкинлектәрҙе өйрәнеү этабындабыҙ. Шул уҡ ваҡытта күрһәткестәрҙең артыуынан сығып үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең ике яҡ өсөн дә файҙалы буласағы тураһында һүҙ йөрөтә алабыҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.