Иҡтисад
2 Октября , 12:25

Ҡатмарлы шарттар үҫешкә ҡамасаулай алманы

Башҡортостан Хөкүмәтенең сираттағы ултырышында сәнәғәт, энергетика, инновацион эшмәкәрлек, сауҙа һәм хеҙмәтләндереү өлкәһен үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡатмарлы шарттар үҫешкә ҡамасаулай алманыҠатмарлы шарттар үҫешкә ҡамасаулай алманы
Ҡатмарлы шарттар үҫешкә ҡамасаулай алманы

Башҡортостан Хөкүмәтенең сираттағы ултырышында сәнәғәт, энергетика, инновацион эшмәкәрлек, сауҙа һәм хеҙмәтләндереү өлкәһен үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев эш һөҙөмтәләре һәм төп үҫеш йүнәлештәре тураһында һөйләне.

Һуңғы ете йылда Башҡортостандың сәнәғәт комплексы бер нисә ҡатмарлы шарттарҙа эшләне. Пандемия осоронда төбәк предприятиелары медицина продукцияһы сығарыуҙы арттырҙы һәм вакциналар етештереүҙе ойошторҙо. 2022 йылдан алып сәнәғәт санкция сикләүҙәренә яраҡлаша, шул иҫәптән – етештереү процестарын үҙгәртеп ҡороу һәм предприятиеларҙың дәүләт оборона заказын үтәүҙә ҡатнашыуы иҫәбенә. Һуңғы ике йылда пилотһыҙ аппараттар һөжүме шарттарында ла сәнәғәт объекттарының тотороҡло эшләүен тәьмин итеү өҫтәмә талап булып тора. Шул уҡ ваҡытта, Александр Шельдяев билдәләүенсә, донъя баҙары шарттарының үҙгәреүе технологик үҫеште, ғәҙәттәге етештереүҙе киңәйтеүҙе һәм яңы тауарҙар етештереүҙе дәртләндерә.

Башҡортостан кластер үҫеше кимәле буйынса алдынғы позицияларҙы һаҡлай. Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының федераль реестрына 41 төбәктән 355 предприятиены берләштергән 31 кластер берләшмәһе индерелгән. Республикала шулай уҡ 20 технопарк һәм 14 индустриаль парк булдырылған, «Алға» махсус иҡтисади зонаһы үҫешә. Инновацияларҙы үҫтереүгә 2,5 миллиард һум федераль грант ярҙамы йүнәлтелгән, 684 технологик проект тормошҡа ашырылған. Энергетика һәм транспорт инфраструктураһын модернизациялау дауам итә: 72 автомобиль газ тултырыу станцияһы һәм 200 электр автомобилдәрен зарядлау станцияһы эшләй.

Ҡулланыусылар баҙары ла үҫешә. Сауҙа объекттары һаны 25 меңдән 32 меңгә тиклем, электрон сауҙа күләме һигеҙ тапҡырға, ә юл буйы сервисы объекттары һаны 2,5 тапҡырға артты. Сығыштың йомғаҡтары буйынса, алып барылған эш Башҡортостанда сәнәғәтте, энергетиканы, инновацион өлкәне, сауҙаны һәм хеҙмәттәрҙе артабан тотороҡло үҫтереү өсөн нигеҙ булып тора, тип билдәләнде.

ФЕКЕР

Александр ШЕЛЬДЯЕВ,

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры.

"Ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, республиканың сәнәғәт комплексы үҫешен дауам итә. Ете йыл эсендә сәнәғәт секторы ойошмаларының төп капиталына инвестициялар күләме 1 триллион һумдан ашып китте, аҡсаның яртыһы тиерлек эшкәртеү предприятиеларын үҫтереүгә йүнәлтелә. Һуңғы биш йылда дөйөм хаҡы 92 миллиард һумдан ашыу 21 өҫтөнлөклө инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу тамамланған, ике меңдән ашыу эш урыны булдырылған.

Шул уҡ ваҡытта төбәктә сәнәғәт производствоһы үҫеше 36 процентҡа тиерлек артҡан. Был һөҙөмтәләр күрһәтеүенсә, республикала формалашҡан сәнәғәткә һәм инвестицияларға ярҙам итеү системаһы предприятиеларға үҙгәреүсән шарттарға яраҡлашырға һәм бер үк ваҡытта артабанғы үҫеш өсөн нигеҙ булдырырға мөмкинлек бирә".

Фото: БР Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин