

Бөрөгә эш сәфәре барышында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер‑министры вазифаһын башҡарыусы Александр Шельдяев Бөрө һөт ризыҡтары комбинатының етештереү майҙансығын ҡараны. Ул ҡаланы барлыҡҡа килтереүсе предприятие булып тора һәм үҙенең тарихын 1968 йылдан башлай.
Предприятие директоры Алексей Кузнецов производство биналарын ҡарау барышында ассортиментты яңыртыуҙың һәм киңәйтеүҙең төп этаптары хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, 2022 йылдан комбинатта производство майҙансығы махсуслаштырылған. Һөҙөмтәлә, предприятиеның төп эшмәкәрлеге ультрапастеризацияланған һөт һәм аҡ май етештереү була. 2024 йылда асептик ҡойоу линияһы һатып алына һәм эшләй башлай. Был һөт продукцияһын файҙалы үҙенсәлектәрен юғалтмай оҙайлы һаҡлау ваҡытын тәьмин иткән тетра-пак төргәгендә сығарырға мөмкинлек бирә. 2025 йылда 3 йәштән өлкән балаларға махсус тәғәйенләнгән витаминлы һөт етештереү буйынса проект тормошҡа ашырыла.
Александр Шельдяев Бөрө һөт ризыҡтары комбинатының төбәктең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге өсөн әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Премьер‑министр вазифаһын башҡарыусы һүҙҙәренсә, предприятие бөтә республика халҡын һөт продукцияһы менән тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнай.
Артабан Александр Шельдяев «Башспирт» акционерҙар йәмғиәтенең Бөрө филиалының етештереү ҡеүәттәрен ҡараны.
Бөрө спирт-араҡы комбинатына 1894 йылда Өфө губернаһының ҡаҙна шарап келәте базаһында нигеҙ һалына. 2001 йылда предприятие «Башспирт» дәүләт унитар предприятиеһы составына инә, ә һуңыраҡ «Башспирт» акционерҙар йәмғиәтенең филиалы булып китә.
Әлеге ваҡытта «Башспирт» акционерҙар йәмғиәтенең Бөрө филиалы 46 төр продукция сығара. Филиалдың бер нисә изделиеһы «Рәсәйҙең иң яҡшы йөҙ тауары» почетлы исемлегенә инә.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru