Башҡортостан Республикаһы 2025 йылды һәр төрлө күрһәткестәр буйынса һөҙөмтәле тамамланы. Республикабыҙҙы Рәсәй субъекттарына һәр саҡ өлгө итеп ҡуйыуҙарына өйрәнеп тә бөттөк шикелле. Мәҫәлән, беҙҙә юл-транспорт тармағында уңыштарҙың күп булыуы һәр йәһәттән дә отошло.
Шуныһы, беҙҙә ауыл хужалығы тармағына, мәғариф секторына, йәштәр мәсьәләһенә, мәҙәниәткә һәм бүтән өлкәләргә көслө иғтибар бүленгән шикелле, транспорт буйынса үҫешкә юл асылһын һәм юлдар торошо яҡшы булһын өсөн бик күп ниәт-маҡсаттар уңышлы тормошҡа ашырыла. Быларҙың һәммәһен дә Башҡортостан Башлығы даими күҙәтеүгә алған.
"Юлдар – ул әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ҡатмарлы тарих. Уның ҡарауы, беҙҙең өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙең береһе, – тине сираттағы сығышында Радий Фәрит улы. – Кешеләр был турала үтенес менән мөрәжәғәт итә. Шуның өсөн дә ул уңайлыҡтар ғына түгел, ә иҡтисадты үҫтереү ҙә. Иң мөһиме, хәүефһеҙлек күҙ уңында тотола. Яҡшы юлдар граждандарға ышаныс өҫтәй, тимәк, уларҙың ғүмеренә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай. Был тармаҡҡа аҡсаны бер ҡасан да йәлләмәйәсәкбеҙ.
Хәҙер айырым миҫалдарға күсәйек. Башҡортостанда Дүртөйлө районын белмәгәндәр юҡтыр, ошо исем менән аталған ҡалала иһә 31 мең тирәһе кеше йәшәй. Төбәктең бөтә яҡлап та үҫешенә һоҡланмағандар һирәк. Дүртөйлө ҡалаһынан Пермь крайына сығып була. Бына ошо урында "М-12" автомобиль юлы һалынды, был ара 140 километр тирәһе тәшкил итә. Ул бер нисә район аша уҙа. Халыҡтың, бигерәк тә юл йөрөүселәрҙең ҡыуанысының сиге юҡ. Водитель Сафия Ғәлиәкбәрова әйтеүенсә, юлдар көҙгөләй ялтырап ята, ул һәр саҡ тәртиптә тотола.
Артабан Өфө ҡалаһына туҡталайыҡ. Шул осорҙа Кузнецов затонында Пугачев урамынан тура юл төҙөлдө. Әле Шамонин, Зинин, Жилин, Нуғай тарафтарына "һә" тигәнсә барып етергә мөмкин. Улай ғына ла түгел, аркалы күпер сафҡа индерелде. Унда ремонт барғанда ла машина тығындарына юл ҡуйылманы, сөнки республика етәкселеге барыһын да алдан хәстәрләгәйне. Ғөмүмән, беҙҙә күперҙәрҙе ремонтлау – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Әйтәйек, Балтас районында Йүгерек Танып йылғаһы аша күпер һалынды. Әйткәндәй, "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты нигеҙендә 11 күпергә икенсе һулыш өҫтәлгән. Бөтәһен дә бергә ҡушһаң, улар 1260 метрға һуҙыласаҡ. Башҡортостан менән Татарстан республикалары өсөн дуҫлыҡ күпере ролен үтәгән Ыҡ йылғаһы айырым һөйләүҙе талап итә. Ул республикабыҙҙа халыҡ һаны буйынса дүртенсе баҫҡысҡа күтәрелгән Октябрьский ҡалаһы янында ғына урынлашҡан.
"Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы 350 километр юл төҙөкләндерелгән. Ысынлап та, былтыр иң емерек тип табылған һәм танылған 40 километр юл да ремонтланған.
"Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү" дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу нигеҙендә Ҡырмыҫҡалы районының Варшавка ауылы эргәһендә ике километр юл рәтләнгән.
Үткән йылда йәмғеһе 146 светофор беркетелгән, 52 километр араға ҡаршылыҡлы һәм йәйәүлеләргә тәғәйенләнгән ҡойма ҡалҡытылған, 13 меңгә яҡын юл билдәһе ҡуйылған һәм алмаштырылған, 426 тигеҙ булмаған тулҡынлы яһалма юл һалынған, 80 километр тирәһе тротуар һалынған, 200 километр араға яһалма яҡтыртыу ҡуйылған.
Шулай уҡ 20,5 километр арауыҡҡа горизонталь билдә һыҙып сығыу, һигеҙ мең йәйәүлеләр юлына "зебра" билдәһе урынлаштырыу, 360 километр юлдағы таушалған асфальт ҡатламын ҡырып алыу, 114 мең урында төрлө кәмселекте бөтөрөү шуның асыҡ дәлиле. Автомагистралдә 1877 урында, автоматлаштырылған фото-видео төшөрөү хәстәрләнгән (юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙғандарҙы булдырмау күҙ уңында тотола), шул иҫәптән 1800 стационар, 66 күсмә һәм 11 мобиль ҡоролма тәүлек әйләнәһенә эшләй. Хәйер, Башҡортостан Башлығы күрһәтмәһенә ярашлы, 56 авария-хәүефле юл сатында, Өфө, Нефтекама, Октябрьский һәм Салауат ҡалаларында фото һәм видео төшөрөү ҡоролмаһы ҡуйылған. 2025 йылда интеллектуаль транспорт системаһы, беренсе өлгөрөү кимәленең дүртенсе этабына еткән. Ошо проект тормошҡа ашырылғандан бирле, Өфө агломерацияһында ситуация үҙәге эшләй, 148 светофор үҙгәртеп ҡоролған, ике мәғлүмәт таҡтаһы барлыҡҡа килгән, 13 метеостанция асылған, шулай уҡ транспорттың 403 видеодетекторы һәм 63 радар детекторы бар. Әлбиттә, тормошҡа ашырылған эштәрҙең барыһын да һанап тороу мөмкин түгел.
Шуныһы, республика етәкселеге юлдар төҙөлөшөнә даими рәүештә ҙур иғтибар бүлә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, бөтәһе лә финанслауҙы нисек тәьмин итеүгә туранан-тура бәйләнгән. Иң мөһиме, уға аҡса йүнәлтеүҙе һис кенә лә өҙөргә ярамай. Йыл да ниндәйҙер эштәрҙе башҡарып, алға барырға тейеш хеҙмәткәрҙәр.
Ысынында, автомобиль юлдарын тәртипкә килтереү йүнәлешендә эштәр ҡыҙғандан-ҡыҙа. Республика етәксеһе социаль селтәрҙә төрлө төҙөлөшкә бәйле хәл-торош менән һәр ваҡыт бәйнә-бәйнә таныштырып бара – үҙенең уй-фекерҙәрен яҙа, видеоға төшөрөп тә яңылыҡтарҙы еткерә.
Бөгөн иһә юлдарҙың ҡайһы бер өлөшөнә асфальт түшәлгән, унан инде тағы ла бүтән юлды төҙөргә кәрәк. Юл тураһында һүҙ сыҡһа, шунда уҡ күҙ алдына хәүефһеҙлек баҫа. Республикабыҙҙа юл-транспорт хәүефһеҙлеге һәр саҡ Башҡортостан етәкселегенең иғтибар үҙәгендә булды. Был тармаҡ тәңгәлендә уй-маҡсаттар билдәләнеп, улар тулыһынса тормошҡа ашырылғас, юлдарҙа үлем осраҡтары ла кәмене.
"Башавтотранс" асыҡ акционерҙар йәмғите хаҡында күлимә һүҙ. Предприятие тарафынан бихисап план-ниәттәр тормошҡа ашырылған. Мәҫәлән, йыл дауамында 125 миллион пассажир ташыу ойошторолған. Был, 2024 йыл менән сағыштырғанда, 1,5 миллион һумға күберәк тигән һүҙ. Шул уҡ ваҡытта, "Алға" картаһынан ҡулланыусылар ҙа артҡан, ул 78 миллион һум тәшкил итә (ике миллиард 600 миллион һум). Ә берҙәм социаль билет алыусылар 22 миллиондан ашыу юл йөрөгән.
Ысынлап та, Өфө ҡалаһынан республикабыҙҙың төрлө тарафтарына юлланғанда, әйтәйек, Баймаҡ, Ағиҙел, Белорет ҡалалары, Борай, Йылайыр ауылдары тарафтарына барғанда, ундағы хозурлыҡты күрмәү мөмкин түгел. Асфальт тип-тигеҙ, бер урында ватылған урынды күрмәҫһең. Бынан тыш, уның ситтәре тейешле нығытылған, юлдарҙың ситендәге үлән даими сабылып тора. Юлаусылар уңайлы траспортта йөрөй. Республикабыҙға күрше булған республика йәки өлкәләр генә түгел, ә тотош илебеҙҙең субъекттарынан эш тәжрибәһен өйрәнергә беҙгә йыш киләләр. Башҡортостан етәкселеге замандан бер аҙым алға барыуҙы маҡсат иткән.
Уҡытыусы Айгизә Баҡыева билдәләүенсә, баш ҡалабыҙ күҙгә күренеп күркәмләнә, ул ғына ла түгел, уның тирәләй юлдарҙың торошо ныҡ яҡшырҙы, транспорт хәрәкәте лә көйләнде. Мөһим
инфраструктура проектына ярашлы, эргә-тирә төҙөкләндерелә. Был төрлө биҫтәләрҙә транспорт сиселешен тәьмин итеү һәм транспорт ағымын көйләү өсөн ифрат ныҡ кәрәк. Һәр ерҙә транспорт киҫелешен төҙөү һәм башҡа эштәр шуға асыҡ миҫал.
Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова:
– Беҙҙә транспорт һәм юл мәсьәләләре һәр ваҡыт республика Башлығы Радий Хәбировтың төп иғтибар үҙәгендә тотола. Кешеләрҙең тормошон еңеләйтеү маҡсатында республика етәксеһе оператив кәңәшмәлә һөйләшеүҙе даими ойоштора, ә инде етәкселектең урындарға йыш сығыуы, эш барышы менән өҙлөкһөҙ танышыуы күпте һөйләй. Ғөмүмән, юлдар – төп транспорт артерияһы. Юлдарҙы ремонтлау, уға асфальт һалыу – юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлегенә туранан-тура бәйле.
Мәҫәлән, 2025 йыл һуҙымында Башҡортостан буйынса бик күп юлдар ремонтланды. Юлсыларҙың бурыстарына яуаплы ҡарауына, шулай уҡ юл ситтәрен нығытыуына, нығытмалар ҡалҡытыуына, юл билдәләрен урынлаштырыуына нисек һөйөнмәҫкә! Әлбиттә, уларҙы күреп, киләсәккә тағы ла оло маҡсаттар ҡуябыҙ.
Капиталь ремонт арҡаһында урындағы халыҡ өсөн хәүефһеҙ һәм тигеҙ юлдар һалыуға өлгәштек. Уйлауымса, киләсәктә лә, кешеләрҙең мәнфәғәтен хәстәрләгән бихисап проекттар ваҡытында һәм уңышлы тормошҡа ашырыласаҡ. Был тәңгәлдә бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтар ҙа, ҡатмарлыҡтар ҙа булырға тейеш түгел. Хәйер, эш барышында теге йәки был проблеманы бер нисек тә тоймайбыҙ. Һәр башланғыс уңышҡа иркен итеп юл аса.
Фото: Илдар Аҡъюлов.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
м