

Башҡортостанда 2026 йылдың ғинуар—август айҙарында төҙөлөш материалдары һәм ремонт өсөн тауар һатып алыуҙың уртаса чек хаҡы 9 788 һум тәшкил иткән. Был үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 10 процентҡа күберәк, тип хәбәр итә “Платформа ОФД” компанияһының “Чек Индекс” сервисы аналитиктары.
Шул уҡ ваҡытта республикалағы селтәрле һәм селтәрле булмаған офлайн һәм онлайн-магазиндарҙа бындай тауарҙарҙы һатып алыу һаны быйылғы үткән айарҙа өс процентҡа кәмегән.
Дөйөм алғанда, илдә ремонт һәм төҙөлөш тауарҙары һатып алғанда уртаса чек 10 040 һум тәшкил иткән. Был 2025 йылдың ғинуар—август айҙарына ҡарағанда 8 процетҡа юғары. Шул уҡ ваҡытта уларға ихтыяж йыл эсендә ике процентҡа артҡан.
Тикшеренеүҙә әйтелеүенсә, беренсе кварталда кәмегәндән һуң, төҙөлөш һәм ремонт секторында һатып алыуҙар һаны 2026 йылдың икенсе кварталында сәйәхәт итеү һәм ял итеү пландарынан өй мәшәҡәттәренә күсеү арҡаһында артҡан. Шул уҡ ваҡытта хаҡтарҙың үҫеүе арҡаһында һатып алыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуы арзаныраҡ варианттарға, ваҡ тауарҙарға һәм бәләкәй күләмдәге һатып алыуҙарға күсә.
“Категориялағы трафик өс төп фактор иҫәбенә һаҡлана: ҙур ҡалаларҙағы яңы төҙөлөштәрҙә ремонт эштәре, аренда хаҡы үҫеү фонында ҡуртымға алынған торлаҡтарҙа интерьерҙы яңыртыу һәм баҡса сығымдары өсөн миҙгелле һатып алыуҙары”, — тип билдәләй аналитиктар.
Фото: Бр Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.