Иҡтисад
7 Октября , 12:15

Башҡортостан Башлығы Владимир Балтер менән осрашты

Ауыл хужалығы техникаһы алыу күләме буйынса Башҡортостан ил төбәктәре араһында беренсе урында.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан Башлығы Владимир Балтер менән осраштыБашҡортостан Башлығы Владимир Балтер менән осрашты
Башҡортостан Башлығы Владимир Балтер менән осрашты

Бөгөн, 7 октябрҙә, “Алтын көҙ” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Росагролизинг” йәмғиәте генераль директоры Владимир Балтер менән осрашты. Улар артабанғы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре хаҡында һөйләште.

Радий Хәбиров “Росагролизинг” менән ауыл хужалығы техникаһы паркын яңыртыу буйынса бәйләнеш һөҙөмтәләрен юғары баһаланы, был йәһәттән аграрийҙар өсөн ташламалы шарттарҙы һаҡлау мөһимлеген билдәләне. Билдәле булыуынса, ике арала хеҙмәттәшлек 2002 йылдан бирле алып барыла. Ошо ваҡыт арауығында, лизинг программаһына ярашлы, Башҡортостанға дөйөм суммаһы 31 миллиард һумдан ашыулыҡ 6,7 мең берәмек ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары килтерелгән.

Әлеге осрашыуҙа шулай уҡ “Росагролизинг”тың Машина-технология компанияһы – “МТК-РАЛ-Башҡортостан” йәмғиәтенең эшмәкәрлеге тикшерелде. Билдәле булыуынса, ул агротехнология хеҙмәттәре күрһәтеү, механизацияланған баҫыу эштәре үткәреү маҡсатында асылды, был йәһәттән республика илдә пилот төбәк булды. Инвестиция проектын тормошҡа ашырыу тураһында килешеү быйыл июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында төҙөлдө. Яңы предприятиеға 6,2 миллиард һумға 724 берәмек ауыл хужалығы техникаһы алынып, улар 250 мең гектарҙан ашыу майҙанда сәсеү, культивациялау, утау, уңышты йыйыу буйынса хеҙмәттәр күрһәтте лә инде.

Владимир Балтер билдәләүенсә, ауыл хужалығы техникаһы алыу күләме буйынса Башҡортостан ил төбәктәре араһында беренсе урында.

– Беҙҙең хеҙмәттәшлек киңәйә генә бара. Шулай уҡ, сүп-сар ташыу машиналары паркын яңыртыу маҡсатында, эко-лизинг йүнәлеше буйынса бәйләнеште дауам итәбеҙ. Былтырҙан алып республикаға ошондай 26 машина килтерелде. Эште дауам итәсәкбеҙ, – тине Владимир Балтер.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Башҡортостан Башлығы Владимир Балтер менән осрашты
Башҡортостан Башлығы Владимир Балтер менән осрашты
Автор:Дилбәр Ишморатова