Иҡтисад
7 Октября , 16:50

Башҡортостан өлгө итеп күрһәтелде

Радий Хәбиров "Алтын көҙ" күргәҙмәһенең пленар ултырышында ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан өлгө итеп күрһәтелдеБашҡортостан өлгө итеп күрһәтелде
Башҡортостан өлгө итеп күрһәтелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә барған “Алтын көҙ” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе майҙансығында үткән пленар ултырышта ҡатнашты.

“Рәсәй агросәнәғәт комплексы навигаторы: һөҙөмтәле үҫеш технологиялары” тигән темаға ойошторолған һөйләшеүҙе ил Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин асып, тармаҡ белгестәрен тиҙҙән билдәләнәсәк һөнәри байрамдары – Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы.

– Һеҙҙең тырышлыҡ арҡаһында халыҡ сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителә. Еңел булмаған хеҙмәтегеҙ, үҙ эшегеҙҙе яратыуығыҙ, илебеҙ именлеген хәстәрләүегеҙ өсөн рәхмәт! – тине Михаил Мишустин.

Хөкүмәт рәйесе агросәнәғәт комплексы күрһәткестәренең үҫешендә “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология йәһәтенән тәьмин итеү” милли проектының ҙур өлөшөн билдәләне.

– Элек сит илдәр селекцияһына ныҡ мохтажлыҡ кисерә инек. Хәҙер иһә шул культураларҙың – көнбағыш, рапс, шәкәр сөгөлдөрө, соя, кукуруздың – үҙебеҙҙә етештерелгән орлоҡтарын ҡулланыу әүҙемләшә. Был йәһәттән тәьмин ителеш – 70 процент самаһы. Эште тиҙләтеү маҡсатында Тимирязев геном үҙәгендә махсус платформа булдырылды, ул баҙарға яңы сорттарҙы, гибридтарҙы сығарыу ваҡытын ҡыҫҡартыу мөмкинлеген бирә. Платформанан күп ғилми мәктәптәрҙә лә әүҙем ҡулланалар. “Алтын көҙ” күргәҙмәһе экспозицияһында ла ошондай уңышлы өлгөләр тәҡдим ителә, атап әйткәндә, Башҡортостандағы ҡаҙаныштар. Был хаҡта республиканың стендын ҡарағанда һөйләштек, – тине Михаил Мишустин.

*** 

Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров төбәктә ауыл хужалығының технология йәһәтенән үҫеүен, етештереүсәнлек көсө арта барыуын, уңыштың төп нигеҙе фән менән бәйләнештә булыуын билдәләне.

– Ил Хөкүмәте рәйесе Михаил Владимирович Мишустинға республикалағы яңы үҫеш алымы тураһында һөйләнем. Был – үҫемлектәрҙең, малдарҙың селекцияһы өлкәһендә фәндең, мәғарифтың һәм индустриаль партнерҙарҙың берләшеүе. 2030 йылға Башҡортостанда үҫеүгә яраҡлашҡан барлыҡ культураларҙың үҙебеҙҙә етештерелгән орлоҡтары булырға тейеш тигән бурыс ҡуйғанбыҙ, – тине Радий Фәрит улы.

Ул шулай уҡ уңыш йыйыу кампанияһының төп йомғаҡтары хаҡында әйтте.

– Быйыл дүрт миллион тоннанан ашыу иген культураһы һуғып алынды – лайыҡлы күрһәткес. Ужым сәсеүҙе тамамлайбыҙ, уның майҙаны 305 мең гектарға тиклем арттырылды, – тине Башҡортостан Башлығы. – Республикабыҙ, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеп, илдең төп аграр үҙәктәренең береһе булып ҡала.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Башҡортостан өлгө итеп күрһәтелде
Башҡортостан өлгө итеп күрһәтелде
Башҡортостан өлгө итеп күрһәтелде
Автор:Дилбәр Ишморатова