Иҡтисад
7 Октябрь , 13:50

Федераль етәкселектән - юғары баһа

"Алтын көҙ" күргәҙмәһендә Башҡортостан стендын Михаил Мишустин, Дмитрий Патрушев, Оксана Лут һәм башҡалар ҡараны.

Добавить в предпочтительные источники Google
Федераль етәкселектән - юғары баһаФедераль етәкселектән - юғары баһа
Федераль етәкселектән - юғары баһа

Бөгөн Мәскәүҙә башланған “Алтын көҙ” XXVIII Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостандың стендын ил Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин, вице-премьер Дмитрий Патрушев һәм ауыл хужалығы министры Оксана Лут ҡараны. Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселәргә төбәктең ауыл хужалығы тармағындағы ҡаҙаныштары, ҙур проекттар тураһында һөйләне.  

Күргәҙмәлә Башҡортостандың стенды 144 квадрат метр майҙанды тәшкил итә. Унда малсылыҡ, үҫемлекселек, биотехнологиялар өлкәһендә ғилми-технологик проекттар тәҡдим ителә. Араларында Башҡортостан дәүләт аграр университетында үҫемлектәрҙе һанлы фенотиплаштырыу өсөн эшләнгән программа-аппарат комплексы ла бар. Ул селекция эшен күпкә тиҙләтеү мөмкинлеген бирә.   

– Республиканы үҙебеҙҙең орлоҡ фонды менән тәьмин итеү бурысын ҡуйып, уны тормошҡа ашырыу өсөн Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгендәге Биохимия һәм генетика институтының, беҙҙең аграр университеттың, шулай уҡ ҡеүәтле индустриаль партнерҙың мөмкинлектәрен берләштерҙек. Был ауыл хужалығы культураларын селекциялау өлкәһендә уникаль проект булдырыуға юл асты. Федераль ярҙам арҡаһында юғары уҡыу йортоноң ғилми-белем биреү базаһын да етди яҡшыртыуға өлгәштек, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе башҡорт селекционерҙарының ғилми эшләнмәһен юғары баһаланы.

– Был – төрлө культураларҙы заказсы талаптарына ярашлы үҫтереү өсөн яҡшы мөмкинлек, – тине Михаил Мишустин. – Радий Фәрит улы, һеҙҙең төрлө өлкәләге ғилми эҙләнеүҙәргә иғтибарлы мөнәсәбәтегеҙ тураһында беләм. Республикала генетика буйынса башҡарылған эштәр үҙебеҙҙә етештерелгән орлоҡтар иҫәбенә аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһен яйға һалыу мөмкинлеген бирә.

* * *

Башҡортостан стендын шулай уҡ ил төбәктәре башлыҡтары, тармаҡ предприятиелары һәм ойошмалары рәйестәре ҡараны. Уларға республиканың агросәнәғәт комплексы ҡеүәте, шул иҫәптән инновациялы проекттар – роботлаштырылған мультимодаль комплекс, “Һанлы умарта” системаһы күрһәтелде. Бынан тыш, аҙыҡ һәм эшкәртеү сәнәғәте тауарҙарының киң ассортименты тәҡдим ителде.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Федераль етәкселектән - юғары баһа
Федераль етәкселектән - юғары баһа
Федераль етәкселектән - юғары баһа
Федераль етәкселектән - юғары баһа
Федераль етәкселектән - юғары баһа
Федераль етәкселектән - юғары баһа
Федераль етәкселектән - юғары баһа
Автор:Дилбәр Ишморатова