

Асҡыстар Өфөнөң 1-се пассажир-транспорт предприятиеһы директоры Дмитрий Сотниковҡа, Өфөнөң 3-Сө ПТП-һы директоры Сергей Ильясовҡа һәм Нефтекаманың ПТП директоры Альберт Нурисламовҡа тапшырылды.
"Бөгөн, Республика көнө алдынан, пассажирҙар ташыу флагманы "Башавтотранс"тың 105 йыллығы алдынан республикабыҙ биләмәһендә етештерелгән заманса уңайлы автобустар асҡыстарын тапшырабыҙ. Был яңы 25 автобус Өфө һәм Нефтекама ҡалаларының иң кәрәкле пассажир маршруттарына сығасаҡ, - тип аңлатты төбәк Хөкүмәте премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Александр Шельдяев.
Йыл аҙағына тиклем тағы ла 53 яңы машина һатып алынасаҡ, тип өҫтәне ул. Бөгөн республикала мең ярымдан ашыу заманса уңайлы автобус бар.
"Башавтотранс" акционерҙар йәмғәитенең генераль директоры Надир Сәмиев республика етәкселегенә ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.
Водитель Шухрат Очилов "Башавтотранс"та 17 йыл эшләй. Уның һүҙҙәренсә, бындай автобустар уңайлы, шул иҫәптән алыҫ рейстарҙа ла. Уның коллегаһы Руслан Шәңгәрәев яңы транспортты йыһазландырыуға иғтибар итте: "Автобустар пассажирҙар өсөн дә, водитель өсөн дә уңайлы. Кондиционерҙар, пандустар, контактһыҙ түләү валидаторҙары менән йыһазландырылған. Улар йомшағыраҡ, ҡыш йылыраҡ, йәй һалҡынсараҡ". Уның һүҙҙәренсә, 2021 йылда уҡ алынған ошондай автобустар әле лә файҙаланыла.
Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2026-10-09/ufa-poluchila-25-novyh-avtobusov-bolshogo-klassa-ko-dnyu-respubliki-4840124