Иҡтисад
10 Октября , 08:40

Ҡулланыуҙа булған фатирҙар ҡиммәтләнә

Өфөлә 2026 йылдың өсөнсө кварталында ҡулланыуҙа булған торлаҡ баҙарында фатирҙарҙың бер “квадраты” 2,5 процетҡа ҡиммәтләнеп, 136,4 мең һумға еткән. “Фатирҙар донъяһы” порталы тикшеренеүендә әйтелеүенсә, лоттың уртаса хаҡы ике процентҡа артып, 7,1 миллион һум тәшкил иткән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡулланыуҙа булған фатирҙар ҡиммәтләнәҠулланыуҙа булған фатирҙар ҡиммәтләнә
Ҡулланыуҙа булған фатирҙар ҡиммәтләнә

Өфөлә 2026 йылдың өсөнсө кварталында ҡулланыуҙа булған торлаҡ баҙарында фатирҙарҙың бер “квадраты” 2,5 процетҡа ҡиммәтләнеп, 136,4 мең һумға еткән. “Фатирҙар донъяһы” порталы тикшеренеүендә әйтелеүенсә, лоттың уртаса хаҡы ике процентҡа артып, 7,1 миллион һум тәшкил иткән.
Ҡулланылған  торлаҡтың 1 квадрат  метр хаҡы буйынса Башҡортостан баш ҡалаһы тикшеренеүгә ингән 70 ҡала араһында 25-се урында тора.
Ҙур ҡалалар буйынса уртаса алғанда, ҡулланылған торлаҡ баҙарында “квадрат” хаҡы өсөнсө кварталда 3,6 процентҡа артып, 136,4 мең һумға еткән. Хаҡтарҙың үҫеше 62 ҡалала теркәлгән, иң ныҡ күтәрелгән хаҡтар: Брянскиҙа (+ 9,2 процент), Кировта (+ 8,1 процент) һәм Тверҙә (+ 8,1 процент). Ете ҡалала 1 квадрат метр торлаҡ хаҡы кәмегән, иң ныҡ кәмегәне — Сочиҙа (– 1,9 процент), Новокузнецкта (– 1 процент) һәм Севастополдә (– 0,9 процент). Тик Махачҡалала ғына хаҡтар үҙгәрмәгән.
Икенсел (йәғни, ҡулланыуҙа булған) торлаҡтың иң ҡиммәт “квадраты” Мәскәүҙә (443,2 мең һум), Сочиҙа (300,3 мең) һәм Санкт-Петербургта (275,1 мең) теркәлгән. Топ-10 исемлегенә шулай уҡ Ҡазан, Севастополь, Владивосток, Мәскәү өлкәһе, Түбәнге Новгород, Симферополь һәм Иркутск ингән. 70 ҡала араһында иң түбән хаҡтар — Түбәнге Тагилда (75,8 мең һум), Грозныйҙа (87,8 мең) һәм Магнитогорскиҙа (90,3 мең).
Автор фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин