

Республика көнөнөң ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы менән бер мәлгә тура килеүендә тәрән мәғәнә бар: төбәгебеҙҙең үткәне лә, бөгөнгөһө лә, киләсәге лә ошо тармаҡҡа, ерҙең, йәнтөйәгенең ҡәҙерен белгән уңған халҡына бәйле. Ҡатмарлы һауа шарттарына, төрлө һынауҙарға ҡарамаҫтан, былтыр баҫыуҙарҙан рекордлы күләмдә уңыш – 3,8 миллион тонна ашлыҡ, бер миллион тонна майлы культуралар, ике миллион тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө йыйылды. Бындай ҡаҙаныш – республика етәкселегенең ауыл хужалығына ҙур иғтибар бүлеүенә ныҡлы дәлил: тармаҡ заманса техника менән даими тәьмин ителә, баҫыуҙарҙың уңдырышлылығын хәстәрләү маҡсатында пилотһыҙ осоу аппараттары әүҙем ҡулланыла, дәүләт тарафынан булдырылған төрлө ярҙам программалары, гранттар, судсидиялар ҙа – аграрийҙар өсөн алға ҙур этәргес.
Ошондай шарттарҙа быйыл да юғары уңыш алырыбыҙға, Рәсәйҙең алдынғы ауыл хужалығы төбәге булараҡ лидерлыҡты һаҡларыбыҙға ышаныс ҙур. Әйткәндәй, әле үк республикала йыйылған шәкәр сөгөлдөрө бер миллион тоннанан ашты. Ялан батырҙары, уңыш йыйыу осороноң бер минутын да бушҡа әрәм итмәй, күбеһе һөнәри байрамын эш өҫтөндә, баҫыуҙарҙа ҡаршылай.
– Сентябрҙең һуңғы көндәрендә көнбағышты урыуға төштөк. Унан алда баҫыуға десикация үткәрелде – техник культура тиҙерәк кипһен өсөн махсус препараттар менән эшкәртелде. Был ысул, билдәле булыуынса, уңыш йыйыуҙы бер-ике аҙна алдараҡ башлау мөмкинлеген бирә, – тип бәйән итте баҫыуға табан юлда Нуриман районының “Баһау исемендәге агрофирма” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте агрономы Рәлиф Сәлихов. – Десиканттар менән эшкәртеү һөҙөмтәһендә үҫемлектәрҙең ерҙәге өлөшө киптерелеп кенә ҡалмай, ә улар өлгөргән осорҙа барлыҡҡа килгән төрлө патогендарҙың – фомопсис, альтернариоз һәм башҡа сирҙәрҙең, сереү, үңәҙ осраҡтарының үҫеше тотҡарлана. Өҫтәүенә тупраҡта дымлылыҡ кәмей. Тимәк, көнбағышты һуҡҡанда техникаға көсөргәнеш тә, яғыулыҡ сығымы ла аҙая. Ғөмүмән, был агротехнология алымының отошло яҡтары күп.
Хужалыҡтың һөрөнтө ерҙәренең 1 500 гектарын көнбағыш биләй. Уңыш, йылдағыса, Шишмә май һығыу заводына тапшырыласаҡ.
– Бөртөклө культураларға килгәндә, сентябрҙә көндәр яҡшы торғанлыҡтан, бойҙайҙы ла, арпаны ла, һолоно ла ваҡытында юғалтыуһыҙ йыйып алдыҡ. Күләм йәһәтенән уңыш етерлек, сифаты яҡшы, – ти хужалыҡ директоры Илфат Хәбиров. – Күп йыллыҡ үләндәрҙән люцернаға өҫтөнлөк бирәбеҙ, ул да үҙ ваҡытында тейешенсә әҙерләнде. Көнбағышты ла ыңғай ғына йыйып алһаҡ...
Илфат Азат улы әйтеүенсә, заман ниндәй генә яңы мөмкинлектәр тыуҙырмаһын, төп таяныс – хеҙмәт һөйгән, эшләргә теләгән кеше. “Бына беҙҙә, күреүегеҙсә, комбайндар етерлек. Әммә әле уларҙың өсәүһе генә баҫыуҙа, башҡаларында эшләргә кеше юҡ, – тип ауыл хужалығы тармағындағы бөгөнгө иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙең береһенә туҡталды агрофирма етәксеһе. – Яҡшы хеҙмәт хаҡы тәҡдим итһәк тә, баҫыуға сығырға теләгәндәрҙе табыуы ауыр. Шуға йыш ҡына техникаға үҙебеҙгә ултырырға тура килә”.
– Юғары хеҙмәт хаҡына өҫтәп, беҙҙә эшләйем тигән кешегә уңайлы шарттар ҙа бар: йәшәү өсөн ятаҡ булдырылған, туҡландырыу ҙа ойошторолған, – тип һүҙҙе дауам итә агроном Рәлиф Сәлихов. – Бына мин үҙем – Өфөнән. “Ҡаланың шау-шыуынан ҡасып, баҫыуҙа сал сәстәрҙе арттырам” тип шаяртыу ҡатыш әйтеп алһам да, бында эш нисек кенә ауыр булмаһын, күңел ял итә. Хеҙмәт, хәрәкәт, саф һауа йәшәтә бит кешене. Беҙҙең өсөн байрам – баҫыуҙа.
Ошондай һүҙҙәр менән “Баһау исемендәге агрофирма” егеттәре халыҡты физик хеҙмәттән ҡурҡмаҫҡа, ауыл хужалығын, тыуған төйәктәрҙе бергәләп үҫтерергә саҡыра. Тап шундай маҡсаттан сығып, йәш быуын менән дә әүҙем эш алып бара улар. Мәҫәлән, былтыр райондың Байгилде ауылы лицейында агротехнология класы тап ошо хужалыҡтың финанс ярҙамы арҡаһында асылған. Мәғариф учреждениеһы менән әле лә даими бәйләнештә улар: уҡыусыларҙы агрофирмаға экскурсияға саҡырып, миҙгел эштәре барышын күрһәтәләр, заман техникалары менән таныштыралар, бөртөклө, ҡуҙаҡлы, техник культураларҙың төрлө сорттары үҙенсәлектәрен бергәләп үҙләштерәләр, лицейҙағы агротехнология класына, баҡсаға үҙҙәре барып, ғәмәли йәһәттән ярҙамлашып, тәжрибә уртаҡлашып торалар. Дөйөм майҙаны биш мең гектарлыҡ баҫыуҙарҙан тыш, хужалыҡта һыйыр, һарыҡ малы, ҡош-ҡорт та тотҡанлыҡтан, картуф сәскәнлектән, балаларға бында киң һөнәри йүнәлеш алырға мөмкин.
– Нуриман ере бәрәкәтле – нимә сәсһәң дә үҫә. Шундай мөмкинлектән ниңә файҙаланмаҫҡа? – ти агрофирма директоры Илфат Хәбиров. – Бөгөнгө хеҙмәтебеҙ райондың ғына түгел, республиканың, илдең имен киләсәге өсөн. Дәүләттең ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте тармағына гранттар, субсидиялар менән даими булышлыҡ күрһәтеүе, экспортты үҫтереү – беҙгә ҙур ярҙам.
Фотоларҙа: 1. Айҙар Нуриманов, Юрий Дронь, Геннадий Фәйрүшин, Дамир Шәүәлиев, Рәлиф Сәлихов кәңәш ҡора. 2. Алда 1500 гектар көнбағышты урыу бурысы тора.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Нуриман районы.