

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы төбәктә уртаса эш хаҡын 2029 йылға 94 мең һумға еткереүҙе күҙаллай. Был хаҡта төбәктең Стратегик комитеты ултырышында хәбәр иттеләр, унда социаль-иҡтисади үҫешенең урта һәм оҙайлы осорға аныҡланған параметрҙары ҡаралды.
Министрлыҡ баһалауынса, 2026 йыл йомғаҡтары буйынса республикала уртаса эш хаҡы 79 мең һум тәшкил итәсәк. Үҫеш темпы 2025 йылға ҡарата 5,6 процент тип баһалана. 2029 йылда 94 мең һум күрһәткесенә уртаса эш хаҡының йыл һайын алты процент кимәлендә үҫеүе менән өлгәшергә мөмкин буласаҡ.
2042 йылға республика властары төбәктә уртаса эш хаҡының 250 мең һумға тиклем артыуын күҙаллай. 2026 йылға булған фараз менән сағыштырғанда, күрһәткестең 3,2 тапҡырға артыуы ихтимал.
Фото: нейроселтәрҙән.