

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Улар 20 сентябрҙә үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләгәйне.
– 2 октябрҙә Красноусолда беҙҙең Урман хужалығы министрлығының ойошторолоуына 60 йыл тулыуға арналған саралар үтте. Урман хужалығы министрлығы коллективын һәм урман сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен ошо дата менән ҡотлайым, – тине Радий Хәбиров. –Башҡортостан биләмәһенең 40 проценты – урман, һәм беҙ уға яуаплы ҡарайбыҙ. Шуныһы мөһим, үҫентеләрҙе үрсетеү программаһын үтәйбеҙ – күпме алабыҙ, шул тиклем тергеҙәбеҙ.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса эшмәкәрлеген юғары баһаланы.
– Беҙҙең яугирҙәр өсөн урман һәм ағас материалдары бик кәрәк. Эшегеҙҙең ошо өлөшө өсөн рәхмәт, – тип билдәләне республика Башлығы. – Һәм беҙ уны дауам итәсәкбеҙ.
“Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан” миҙалы менән Туймазы урман хужалығы директоры урынбаҫары Алһыу Нәжметдинова бүләкләнде.
“Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы” маҡтаулы исеменә Бәләбәй һәм Туймазы урмансылыҡтары буйынса бүлектең участка урмансыһы Сергей Антошкин, республика Урман хужалығы министрлығының Бәләбәй район-ара территориаль бүлегенең әйҙәүсе белгес эксперты Динар Залилов, Белорет урмансылығы буйынса бүлек начальнигы Азамат Исмәғилев, Әбйәлил урмансылығы буйынса бүлектең участка урмансыһы Әхтәм Фәйзуллин лайыҡ булды.
Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов республика етәкселегенә тармаҡҡа ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт әйтте һәм 2019 йылдан алып төбәктә бөтәһе 93 мең гектар майҙанда урман тергеҙелеүен билдәләне. “Экология именлеге” милли проекты сиктәрендә 2026 йылда федераль бюджеттан 278 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән – был Волга буйы федераль округында беренсе урын һәм Рәсәйҙә икенсе. Аҡсалар тармаҡты техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыуға йүнәлтелә.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.