Иҡтисад
13 Октябрь , 14:00

Уңыш быйыл да ҡыуандыра

Башҡортостанда 3,3 миллион тоннанан ашыу иген һәм ярма культуралары йыйып алынған. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Уңыш быйыл да ҡыуандыраУңыш быйыл да ҡыуандыра
Уңыш быйыл да ҡыуандыра

Башҡортостан аграрийҙары 3,3 миллион тоннанан ашыу иген һәм ярма культураларын йыйып алыуҙы тамамлай. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итте.

13 октябргә Башҡортостан хужалыҡтары иген төркөмө культуралары сәсеү майҙандарының 97 процентын эшкәрткән, уртаса уңыш гектарынан 27 центнер тәшкил иткән.

Бынан тыш, республикала шәкәр сөгөлдөрө майҙандарының 85 проценты ҡаҙылған. Аграрийҙар һәр гектарҙан уртаса 390 центнер самаһы тамыраҙыҡ ала. Тулайым сөгөлдөр йыйыу 1,3 миллион тоннанан ашып киткән. Майлы культураларҙы йыйыу ҙа тамамлана, уларҙың уңышы 860 мең тоннаға етә. Ә ужым культуралары 2027 йылғы уңыш өсөн 300 гектарҙан ашыу майҙанда сәселгән.

Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, тауар етештереүҙе киңәйтеү менән бер рәттән тармаҡты үҫтереү фәнни тикшеренеүҙәрҙе, шул иҫәптән генетика һәм селекция өлкәһендә лә, арттырыуға йүнәлтелә.

Төбәктең был өлөштәге ҡаҙаныштары “Алтын көҙ – 2026” агросәнәғәт күргәҙмәһендә күрһәтелде. Улар менән Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин, вице-премьер Дмитрий Патрушев һәм илдең ауыл хужалығы министры Оксана Лут танышты. Башҡортостан күргәҙмәлә Гран-приға лайыҡ булды.

Радий Хәбиров республика аграрийҙарын 11 октябрҙә билдәләнгән Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ хужалыҡтарҙың техник паркын яңыртыуҙың мөһимлеген билдәләне, был агросәнәғәт комплексы эшенең юғары күрһәткестәренә өлгәшергә мөмкинлек бирә.

–  Тулайым етештереү юғары кимәлдә, -–тине төбәк етәксеһе. - Яңы техника һатып алыуығыҙ бик яҡшы, стратегик яҡтан был бик мөһим.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева