Иҡтисад
20 Октября , 16:30

Башҡортостан делегацияһы – Үзбәкстанда

20 октябрь төбәк башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Үзбәкстанға килде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан делегацияһы – ҮзбәкстандаБашҡортостан делегацияһы – Үзбәкстанда
Башҡортостан делегацияһы – Үзбәкстанда

 20 октябрь төбәк башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Үзбәкстанға килде.

Делегация составына төбәк Хөкүмәте ағзалары, профилле министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, шулай уҡ бизнес вәкилдәре инде. Республика Башлығының сәфәре программаһында - «Бекабад» үзбәк-башҡорт технопаркын төҙөүгә тәүге таш һалыуҙа ҡатнашыу, хокимдар менән бер нисә эшлекле осрашыу.

Радий Хәбировтың эш сәфәренең бер пункты - Сәмәрҡәнд өлкәһендә Lasselsberger Group халыҡ-ара холдингына ингән Сemix компанияһының төҙөлөш материалдары етештереү заводына барыуы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уның майҙансыҡтарының береһе Башҡортостандың Әбйәлил районында урынлашҡан. Аҡ цемент етештереү буйынса предприятие 2021 йылдың 6 авгусында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың шәхси ҡатнашлығында асылды.

Радий Хәбиров Lasselsberger Group компанияһын ойоштороусы Йозеф Ласселсбергер, Ташкент өлкәһе хокимы Зойир Мирзаев менән бергә Сemix-тың үзбәк филиалының технологик ҡорамалдары һәм процестары, лабораторияһы, ресурс базаһы һәм инженер инфраструктураһы менән танышты. Бында туғыҙ йыллыҡ инвестиция проектын тормошҡа ашыралар – 2025-2026 йылдарҙа асылған микрокальцит, ҡоро һәм әҙер төҙөлөш ҡатнашмалары, буяуҙар һәм штукатуркалар етештереүгә 2033 йылға яһалма таштан плитка һәм ҙур форматлы керамик плитка сығарыуҙы өҫтәү планлаштырыла. Һөҙөмтәлә был 700 эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк.

– Йозеф Ласселсбергер менән республикабыҙҙа ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары, буяуҙар етештереү менән бәйле тағы бер предприятие төҙөү буйынса һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Тиҙҙән килешеү төҙөүгә сығырға ниәтләйбеҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә.

Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд өлкәһе менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү тураһында ла һөйләне.

– Сәмәрҡәнд - иҫ киткес ҡунаҡсыл илдең туристик ынйыһы. Өфөнән тура авиабәйләнеш булдырыуҙы ҡарайбыҙ, халҡыбыҙҙа был йүнәлешкә ҡыҙыҡһыныу ҙур. Башҡа йүнәлештәрҙә лә берлектәге эште планлаштырабыҙ. Атап әйткәндә, ауыл хужалығында, -  тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Мәғлүмәт: https://glavarb.ru/ru/news/event/delegaciya-bashkortostana-pribyla-s-oficialnym-vizitom-v-uzbekistan-93196/-

 

Башҡортостан делегацияһы – Үзбәкстанда
Башҡортостан делегацияһы – Үзбәкстанда
Башҡортостан делегацияһы – Үзбәкстанда
Башҡортостан делегацияһы – Үзбәкстанда
Автор:Аклима Гизатуллина