Иҡтисад
20 Октября , 06:26

Иген һатыу әүҙемләшә

Башҡортостанда 2026 йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында ауыл хужалығы предприятиелары Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә 420,3 мең тонна иген һәм уны эшкәртеү продукттарын оҙатҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иген һатыу әүҙемләшәИген һатыу әүҙемләшә
Иген һатыу әүҙемләшә

  Башҡортостанда 2026 йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында ауыл хужалығы предприятиелары Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә 420,3 мең тонна иген һәм уны эшкәртеү продукттарын оҙатҡан. “Россельхознадзор”ҙың төбәк идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был күрһәткес үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 5,8 процентҡа артҡан (ул саҡта республика аграрийҙары илдең башҡа субъекттарына 397,3 мең тонна иген ебәргәйне).
Туғыҙ ай эсендә ведомство белгестәре төбәк аграрийҙарының ошо продукцияһына 7,8 меңдән ашыу карантин сертификатын рәсмиләштергән.
Йыл эсендә тауар ебәреү географияһы ла киңәйгән. Аграрийҙар игенде һәм уны эшкәртеү продукттарын Рәсәйҙең 28 төбәгенә һатҡан. Уларҙы, шул иҫәптән, Алтай, Краснодар, Пермь, Ставрополь крайҙары, Тамбов, Мәскәү, Ярославль өлкәләре, Хант-Манси автономиялы округы, Татарстан, Удмуртия һәм башҡа төбәктәр һатып алған.
Фото: Башҡортостан туйынса "Россельхознадзор" идаралығы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин