

Бөгөн, 21 октябрҙә, Ташкентта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй Федерацияһының Үзбәкстан Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Алексей Ершовтың эшлекле осрашыуы үтте. Көн тәртибендә ике республика араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләре ҡаралды.
Радий Хәбиров Алексей Ершовҡа Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Яҡтар төрлө өлкәләрҙә берлектәге инвестиция проекттарын уңышлы тормошҡа ашыра, тип билдәләне республика Башлығы.
Осрашыуҙа Ташкент өлкәһендә «Бекабад» Башҡортостан-Үзбәкстан индустрия технопаркын булдырыуға айырыуса иғтибар бүленде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: бөгөн, 21 октябрҙә, Радий Хәбиров менән Ташкент өлкәһе хокимы Зойир Мирзаев технопарк төҙөлөшөнә старт бирҙе. Проект предприятиеларҙы урынлаштырыу һәм төбәктәр араһында етештереү кооперацияһын үҫтереү өсөн сәнәғәт майҙансығы булдырыуҙы күҙ уңында тота.
Бынан тыш, яҡтар эшлекле хеҙмәттәшлекте үҫтереү йүнәлештәрен, Башҡортостан компанияларының Үзбәкстан баҙарындағы эшмәкәрлеген, шулай уҡ предприятиеларға Рәсәй илселеге һәм сауҙа вәкиллеге ярҙам итә алған мәсьәләләрҙе ҡараны.
Осрашыуҙа мәҙәни һәм гуманитар бәйләнештәрҙе үҫтереү хаҡында ла һүҙ алып барылды. Атап әйткәндә, яҡтар Сәмәрҡәндтә балалар хосписын төҙөүҙе тикшерҙе. Уның концепцияһы Башҡортостан тәжрибәһенә нигеҙләнгән, ә республика белгестәре Үзбәкстандағы коллегаларына учреждение эшен проектлауҙа һәм ойоштороуҙа ярҙам итә.
Сығанаҡ: glavarb.ru