Иҡтисад
21 Октября , 16:10

Радий Хәбиров “Бекабад” технопаркын төҙөүгә старт бирҙе

Технопарк булдырыу башланғысын 2025 йылдың декабрендә Рәсәй-Үзбәкстан хөкүмәт-ара комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса Үзбәкстан һәм Башҡортостан төбәктәре араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса юл картаһына индерҙеләр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Радий Хәбиров “Бекабад” технопаркын төҙөүгә старт бирҙеРадий Хәбиров “Бекабад” технопаркын төҙөүгә старт бирҙе
Радий Хәбиров “Бекабад” технопаркын төҙөүгә старт бирҙе

Бөгөн, 21 октябрҙә, Үзбәкстанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Һәм Ташкент өлкәһе хокимы Зойир Мирзаев «Бекабад» Башҡортостан-Үзбәкстан индустриаль технопаркын төҙөүгә старт бирҙе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, технопарк булдырыу башланғысын 2025 йылдың декабрендә Рәсәй-Үзбәкстан хөкүмәт-ара комиссияһы ултырышы йомғаҡтары буйынса Үзбәкстан һәм Башҡортостан төбәктәре араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса юл картаһына индерҙеләр. Технопарктың идара итеүсе ойошмаһы итеп Башҡортостан инвестиция идара итеүсе компанияһы тәғәйенләнде.

Сәләмләү һүҙендә Радий Хәбиров, технопарк төҙөү Рәсәй-Үзбәкстан партнерлығын үҫтереүгә, туғандаш халыҡтар араһында дуҫлыҡты һәм үҙ-ара аңлашыуҙы нығытыуға булышлыҡ итәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Владимирович Путин һәм Үзбәкстан Президенты Шәүкәт Миромонович Мирзиёев тырышлығы менән беҙҙә тығыҙ һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итеү өсөн мөмкинлектәр бар. Башҡортостан был ҙур һәм мөһим эшкә етди средстволар һалырға ҡарар итте. Беҙ “Бекабад”ты үҫтереү перспективаларын күрәбеҙ. Иң мөһиме – бында үҙебеҙҙе туғандар кеүек тоябыҙ – телдәребеҙ һәм ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ оҡшаш, – тине республика Башлығы.  

Зойир Мирзаев Үзбәкстан яғынан компанияларҙың артабан халыҡ-ара баҙарға сығыуы өсөн уңайлы шарттар булдырыласаҡ, тип билдәләне.

Башҡортостан инвестиция идара итеү компанияһы директоры Юлай Ильясов «Бекабад» проекты менән таныштырҙы. Уның объекттары 100 гектар майҙанды биләйәсәк, инженер һәм транспорт инфраструктураһы менән тәьмин ителәсәк. Бында етештереү блоктары, келәттәр, тейәү зоналары урынлашасаҡ. Майҙансыҡтың үҙәгендә банк, офистар, фудкорт һәм персонал өсөн ресторан буласаҡ.

Башҡортостандың бер нисә компанияһы «Бекабад»тың резиденты булырға теләк белдергән дә инде. Уларға һалым һәм таможня льготалары ғәмәлдә буласаҡ.

Сығанаҡ: glavarb.ru

 

Радий Хәбиров “Бекабад” технопаркын төҙөүгә старт бирҙе
Радий Хәбиров “Бекабад” технопаркын төҙөүгә старт бирҙе
Радий Хәбиров “Бекабад” технопаркын төҙөүгә старт бирҙе
Радий Хәбиров “Бекабад” технопаркын төҙөүгә старт бирҙе
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова