Иҡтисад
21 Октября , 18:10

Радий Хәбиров Үзбәкстанға эш сәфәренә яҡынса йомғаҡ яһаны

Эш сәфәренең мөһим маҡсаттарының береһе – «Бекабад» Башҡортостан-Үзбәкстан индустрия технопаркы төҙөлөшөн башлау, тип билдәләне республика етәксеһе. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Радий Хәбиров Үзбәкстанға эш сәфәренә яҡынса йомғаҡ яһаныРадий Хәбиров Үзбәкстанға эш сәфәренә яҡынса йомғаҡ яһаны
Радий Хәбиров Үзбәкстанға эш сәфәренә яҡынса йомғаҡ яһаны

Бөгөн, 21 октябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмә барышында төбәк делегацияһының Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд һәм Ташкент өлкәләренә сәфәренә яҡынса йомғаҡ яһаны.

Эш сәфәренең мөһим маҡсаттарының береһе – «Бекабад» Башҡортостан-Үзбәкстан индустрия технопаркы төҙөлөшөн башлау, тип билдәләне республика етәксеһе.

– Тап ошо маҡсатта Төбәк фонды, Башҡортостан инвестиция идара итеү компанияһы, төҙөлөш фирмалары вәкилдәре ҡатнашлығында делегация төҙөнөк. Башҡортостан өсөн “Бекабад” – икенсе дәүләт биләмәһендәге технопаркка инвестициялар һалыуҙың тәүге тәжрибәһе. Инвестицияларҙың һаҡланыуы һәм һөҙөмтәлелегенә бәйле һәр ваҡыт етди һорауҙар тыуа. Шуныһы мөһим: «Бекабад»тың хоҡуҡи статусы Үзбәкстан Президенты Шәүҡәт Мирзиёев ҡарары менән билдәләнә. Бының өсөн ҙур эш башҡарҙыҡ. Бөгөн төҙөлөш башланыу хөрмәтенә капсула һалдыҡ, тиҙҙән бында ауыр техника эшләй башлаясаҡ. Беҙҙең «Ортостан.ру» һәм «Буринтех» компаниялары Башҡортостан-Үзбәкстан технопаркы резиденты булырға әле үк әҙер. «Бекабад»тың төп үҙенсәлеге – бында шунда уҡ Үзбәкстан баҙарына сығыу мөмкинлеге бирелеүҙә. Шулай уҡ улар етди өҫтөнлөктәр аласаҡ. Иҡтисади яҡтан был отошло. Бынан тыш, Беҙ Lasselsberger Group компанияһын ойоштороусы Йозеф Ласселсбергер менән һөйләшеүҙәр үткәрҙек. Ул беҙгә Сәмәрҡәнд өлкәһендәге ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары етештереү буйынса предприятиеһын күрһәтте. Башҡортостанда ошондай завод төҙөүҙе тикшерҙек. Сит ил инвестицияларына ҡағылышлы хәл тотороҡланыу менән старт алырбыҙ тип уйлайым, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Шулай уҡ беҙҙең һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин етәкселегендәге делегация Үзбәкстан Президентының ҡатыны ойошторған сарала эшләй. Бында реабилитация һәм паллиатив ярҙам өлкәһендә, шул иҫәптән хоспистарҙа эшләү тәжрибәһе ҡарала.

Сәфәр барышында хокимдар менән дә осрашыуҙар булды – яҡшы мөнәсәбәттәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Дөйөм алғанда, эшләйбеҙ, алға барабыҙ.

Сығанаҡ: glavarb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова