Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иман
3 Май 2018, 12:03

Еңеү емештәрен һаҡлайыҡ

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН: – Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:


– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!

Ватаныбыҙ оло байрамды – Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығын – ҡаршыларға әҙерләнә. Һәр саҡ шатлыҡ, һағыш, күҙ йәштәре менән килгән 9 Май – һәммәбеҙ өсөн юғары әһә­миәткә эйә көн. Әле тыуған еребеҙҙә ышаныслы баҫып торабыҙ, балалар үҫтерәбеҙ, затыбыҙҙы, милләтебеҙҙе ишәйтәбеҙ, рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлайбыҙ һәм үҫтерәбеҙ, киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡороп йәшәйбеҙ икән, Аллаһ Тәғәләгә шөкөрана ҡылырға, Бөйөк Еңеү­гә өлөш индергән һәр яугиргә, ата-бабабыҙға, тыл хеҙмәтсәндәренә мәңге рәхмәтле булырға бурыслыбыҙ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр.

Ватанды яратыу – имандың бер өлөшө. Халҡыбыҙ үҙенең илһөйәрлеген, тыуған еренә, ата-баба аманатына тоғролоғон һәр яуҙа иҫбатлап килгән. Ватанын һаҡлап алып ҡалыу менән бер рәттән именлектең, тыныслыҡтың, татыу йәшәүҙең юғары әһәмиәтен йәнә бер ҡат тәҡрарлаған. Тыуған ер – һәр әҙәм балаһы өсөн иң изге төшөнсә. Ошонда ата-бабаң, атай-әсәйең, туғандарың донъяға килгән, кендек ҡаның тамған, нәҫелең таралған, рухи ҡиммәттәрең яралған... Ғөмүмән, Ватаның айырылғыһыҙ өлөшөңә әүерелгән. Уны яратам тип әйтеп кенә ҡалмайынса, үҫешенә өлөш индерергә, кемдер ҡул һуҙырға маташа икән – яҡларға, һаҡларға, шул уҡ ваҡытта именлеккә, татыулыҡҡа ынтылырға бурыслыбыҙ, хөрмәтле йәмәғәт.

Бөйөк Еңеүҙә диндең өлөшө хаҡында әйтеп үтмәү мөмкин түгел. Мәғлүм ки, был турала һуңғы йылдарҙа айырыуса йыш бәйән ҡылына. Эйе, Икенсе донъя һуғышы тоҡанғас, социалистик ҡоролошло илдә дингә иғтибар бүленә башлаған. Аллаһ Тәғәләнән юғарыраҡ көс юҡлығы тап шундай ауыр ваҡыттарҙа беленә, әҙәм балаһы, ниндәйҙер ауырлыҡ, хәүеф, ҡурҡыныс тыуһа, шунда уҡ Раббыбыҙҙы иҫкә төшөрә бит. Мәғлүм ки, герман һуғышы башланғас, илебеҙ башлығы бар­лыҡ дини етәкселәрҙе саҡырып алып кәңәшләшкән, изге еребеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн бөтөн мөмкинлекте файҙаланыу кәрәклеген әйткән. Маҡсатҡа ярашлы “Ҡөрьән Кәрим”де, башҡа ди­ни китаптарҙы баҫып сығарырға рөхсәт ителгән. Был, әлбиттә ки, еңеүгә ынтылған кешелеккә ҙур рухи аҙыҡ булған. Һуғыш йылдарында донъя күргән матбуғат баҫмаларында ла дингә урын бүленгән, мосол­мандарҙың күбеһе Аллаһ Тәғәләнән именлек һорап доға уҡыған, хәйер биргән, ғибәҙәт ҡылған. Башҡа дин вәкилдәре лә һис ҡасан юғары көскә ышанысын юғалтмаған.

Бөйөк Еңеү һәр беребеҙҙе имен тормоштоң юғары ҡиммәте, дуҫ-татыу йәшәүҙең әһәмиәте хаҡында тағы бер ҡат уйланырға, фекер йөрөтөргә мәжбүр итһен ине, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Ватандаштарыбыҙҙың, илһөйәр ата-бабабыҙҙың ҡаһарманлыҡ, тыл хеҙмәтсәндәренең фиҙакәрлек, сабырлыҡ емештәрен ҡәҙерләп һаҡлаһаҡсы. Бер-бере­беҙгә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булһаҡ, янъялға сәбәп эҙләп йөрөмәйенсә, татыу йәшәргә ты­рышһаҡ, изгелек итһәк, иншаллаһ, именлектең тамыры нығыныр, тармаҡланыуын дауам итер. Тыуған илде яратыу – алда әйтелгәнсә, халҡыңдың, төйәгеңдең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн үҙ өлөшөңдө индереү ул. Һуғыш йылдарын үткән быуын вәкилдәре, ошо бурысын юғары кимәлдә үтәп, илебеҙ именлегенә нигеҙ һалды.

Еңеү яулаған вете­рандарыбыҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл кәмей. Улар йәмғиәт тарафынан да, власть яғынан да тейешле ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшәргә хаҡлы. Үҙҙәренә ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе әйтеп, ихтирамыбыҙҙы күрһәтеп өлгөрәйек, йәмәғәт. “Кем дә кем балаларға, йәштәргә мәрхәмәтле түгел, шулай уҡ өлкән йәштәгеләргә иғтибар бүлмәй икән, минең өммәтемдән булмаҫ”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Пәйғәмбәребеҙҙең “Мосол­ман­дың ҡулынан да, теленән дә һис кем зыян күр­мәҫ” тигән хәҙисен дә иҫтән сығар­майынса, Аллаһ Тәғәлә тарафынан бер тапҡыр ғына бирелгән ғүмерен илгә именлек яулауға бағыш­лаған өлкән быуын вәкилдәрен онот­майыҡ, иҫәндәренең ҡәҙерен беләйек, хөрмәтле ҡәр­ҙәштәр. Баҡыйлыҡҡа күскән ҡаһар­ман­дарыбыҙ­ҙың рухы яҡты, әле арабыҙҙа йәшәгән вете­рандарыбыҙҙың сәләмәтлеге ныҡлы, күңеле бөтөн булһын, иншаллаһ. Һәммәбеҙгә лә тыныслыҡтың, имен тормоштоң, татыулыҡтың баһаһын аңлап, гелән шул маҡсатҡа ынтылып йәшәргә яҙһын. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи вә бәрәкәтүһ! Амин.
Читайте нас в