Башҡортостан
-19 °С
Ясна
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Иман
22 Апрель 2019, 01:11
“Иртәрәк ҡайт әле, атай…”
Атай кеше, һәр ваҡыттағыса, эштән бик һуң һәм ныҡ арып ҡайта. Уны ишек төбөндә биш йәшлек улы көтөп тора, ти.
Фото: tepliepol.ru
Атай кеше, һәр ваҡыттағыса, эштән бик һуң һәм ныҡ арып ҡайта. Уны ишек төбөндә биш йәшлек улы көтөп тора, ти.
– Атай, һинән бер нәмә һорарға мөмкинме?
– Әйҙә.
– Һин эштә сәғәтенә күпме аҡса алаһың?
– Нимәгә ул һиңә? Унда ни эшең бар?!
– Кәрәк ине...
– 300 һум самаһы.
Малай, бер аҙ уйланып торғас, етди ҡарарға килгәндәй:
– Миңә 300 һум аҡса биреп тор әле, атай, – ти.
– Ҡаңғыртма, арығанмын! – Атай кешенең йәне көйә башлай. – Ул хәтлем аҡса нимәгә һиңә?
– Һинең бер сәғәт эш ваҡытыңды һатып алырға. Иртәгә алданыраҡ ҡайт әле, атай, бергәләп ашарбыҙ, уйнарбыҙ...
Читайте нас:
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.