Иман
26 Апреля 2019, 12:42

Ата-баба юлынан

Стәрлебаш районы үҙәгенең “Ислам нуры” мәсетенән хәбәр итеүҙәренсә, күптән түгел егермегә яҡын шәкерткә ошондағы 7-се мәхәлләлә белем алыу тураһында белешмә тапшырылған.

Стәрлебаш районы үҙәгенең “Ислам нуры” мәсетенән хәбәр итеүҙәренсә, күптән түгел егермегә яҡын шәкерткә ошондағы 7-се мәхәлләлә белем алыу тураһында белешмә тапшырылған.


Был курс ике йыллыҡ. Изге эште 2006 йылда хажи Ғәлиәкбәр Искәндәров ойош­торған. Ошо ваҡыт арауығында 150 кеше Ислам нигеҙҙәре буйынса тәүге һабаҡ алған. Курстарҙа шәкерт­тәргә аҡида, тәд­жүид, тәфсир, фиҡһ фәндәре, ғәрәп теле, пәйғәмбәрҙәр тарихы, хәҙистәр өйрәтелә.


Был юлы белем алырға теләгәндәр айырыуса күп булғанлыҡтан, улар ике төркөмгә бүлеп уҡытылған. Тәүгеһендә – хаҡлы ялдағылар, икенсеһендә – урта быуын вәкилдәре. Хеҙмәт йәшендәгеләр өсөн уҡыу киске сәғәттәрҙә ойошторолған.


Документ тапшырған көндә һәр шә­керт, алған белемен күрһәтеп, сүрәләр­ҙән аяттар уҡып ишеттергән. Уларҙы мә­сет­тең имам-хатибы Тәлғәт Ғәзи­зул­лин ихлас ҡотлап, ошо йүнәлештә белем алыуҙан туҡтамауҙарын, динебеҙҙе үҫтереүгә өлөш индереүҙәрен теләгән.

Шәкерттәр курсты ойоштороусыларға, остаздарына ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, борон-борондан дини мәғри­фәтселек үҙәге булған Стәрлебашта ата-бабалар юлын бергәләп дауам итеү мөһимлеген белдергән.


Стәрлебаш районы
Читайте нас