Тиҙҙән Малаяҙ мәсетенең ике тиҫтә йыллығын ҙурлап билдәләргә йыйыналар.
Иман йортоноң был юбилейы, әлбиттә, былтыр булған, шулай ҙа, төҙөкләндереүгә бәйле, байрам бер аҙ кисектерелгән.
“Мәсетте яңыртыу йәһәтенән һуңғы йылдарҙа байтаҡ эш башҡарылды. Мәрхәмәтле кешеләр ихлас булышлыҡ ҡылды, – ти райондың имам-мөхтәсибе Мөҙәрис хәҙрәт Фәрхиев. – Ғәжәп изге күңелле ҡәрҙәшебеҙ, уңған эшҡыуар Раян Әминевтең ярҙамы менән тәҙрәләр яңыртылды, ҡыйыҡ алмаштырылды, алтын көмбәҙле өр-яңы манара ҡуйылды. Йүнсел бинаны тыштан йылытыуға ла тотонғайны, үкенескә ҡаршы, вафат булып ҡуйҙы... Әммә ҡәрҙәшебеҙҙең изге эше туҡтап ҡалманы – уны ҡатыны, балалары дауам итте. Бинаны тыштан да, эстән дә йылытты улар. Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте насип булһын үҙҙәренә!”
Мәсеттең ҡапҡаһы ла яңыртылған: эшҡыуар Шамил Ғәлимов тимерҙән яһап ҡуйған.
“Әл-хәмдү лил-ләһ, иман йортобоҙ хәҙер заманса йыһазландырылған, йылы, уңайлы. Изге күңелле ҡәрҙәштәребеҙҙең ярҙамы менән ҙур байрамын шулай матур ҡаршылай ул”, – ти имам-мөхтәсиб.