Бөтә яңылыҡтар
Иман
22 Май 2019, 00:56

“Фәҡирҙәрҙе һоранып йөрөүҙән ҡотҡарығыҙ”

Мәғлүм ки, әҙәм балаһы фытыр саҙаҡаһы бирмәһә, уның ураҙаһы ҡабул ҡылынмай, Рамаҙан айында башҡарған изге ғәмәлдәре Аллаһ Тәғәләгә еткерелмәй.

Фото: azan-syzran.ru
Мәғлүм ки, әҙәм балаһы фытыр саҙаҡаһы бирмәһә, уның ураҙаһы ҡабул ҡылынмай, Рамаҙан айында башҡарған изге ғәмәлдәре Аллаһ Тәғәләгә еткерелмәй.
Йәнә хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уның быйылғы күләме түбәндәгесә билдәләнде:
* Матди хәле уртасанан түбәнерәк мосолман өсөн – ғаиләһендәге һәр кемдән 50-шәр һум;
* Урта хәлле мосолман өсөн – ғаиләһендәге һәр кемдән 150-шәр һум;
* Хәлле мосолман өсөн – ғаиләһендәге һәр кемдән 300-әр һум.
* Һаулыҡ мөмкинлеге буйынса ураҙа тота алмаған мосолмандар өсөн фидиә саҙаҡаһының күләме – көнөнә 180 һум.
* Зәҡәттең нисәбе – 224 000 һум.
Мәғлүм ки, бындай күләмдәр арпаның, бойҙайҙың, хөрмәнең, йөҙөмдөң хаҡына ҡарап билдәләнә. Фытыр саҙаҡаһы – фарыз ғәмәл, уны һәр кем үтәргә тейеш. Балалар өсөн ата-әсәһе бирә. Саҙаҡаны иман йортона алып барып тапшырырға, шул уҡ ваҡытта мохтаждарға, ярлыларға таратырға мөмкин. “Фәҡирҙәрҙе был көндә һоранып йөрөүҙән ҡотҡарығыҙ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.