Ниндәй нурлы айҙа йәшәйбеҙ, йәмәғәт: мәсеттәргә барып инеү менән йәштәрҙең доға ҡылыуын, намаҙ уҡыуын күреп ҡыуанаһың. Ата-бабаларыбыҙ тотҡан юлға әйләнеп ҡайта халҡыбыҙ, Аллаға шөкөр.
Доғалар һәм ғәмәлдәр... Бөтәгеҙ ҙә ишеткән риүәйәтте иҫкә төшөргө килә. Ике күрше хаҡында ул. Береһе ғүмере буйы намаҙҙа булған, дин ҡушҡан барлыҡ ғәмәлдәрҙе үтәгән. Икенсеһе мәсеткә һирәгерәк йөрөгән, әммә донъяуи ғәмәлдәр, ғаилә мәшәҡәттәре менән йәшәгән. Бер көн улар икеһе лә Мәңгелек йортона күскән. Шул саҡ Аллаһ Тәғәлә тәүгеһен таҙарыныуға ебәргән, имеш, икенсеһен ожмахҡа оҙатҡан. Ғүмере буйы мәсет юлынан ҡайтмағаны аптырап: “Хоҙайым, Раббым, мин һәр саҡ һинең өсөн доға ҡылдым, ни өсөн мине түгел, ә уны ожмахҡа оҙатаһың?” – тип һораған. Уға шундай тауыш ишетелгән: “Эйе, күршең мәсеткә һирәк йөрөнө, әммә балаларын иманлы итеп тәрбиәләне. Һин хаж ҡылған саҡта бер балаң аслыҡтан үлә яҙҙы, ошо күршең уны ҡотҡарҙы. Ғаиләңде ҡараны. Ул һәр ғәмәлен башҡарғанда Мине телгә алды, һәр изгелеген Минең ризалығым өсөн бағышланы! Ана күр, уның бер улы атаһы вафатынан һуң уның исемендәге мәсет һалдырырға йөрөй!”
Был риүәйәт беҙгә доғаларыбыҙ, намаҙҙарыбыҙ менән бергә ғәмәлдәребеҙ ҙә Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн башҡарылырға тейешлеге хаҡында һөйләй. Беҙ барыбыҙ ҙа – ябай кешеләр, беребеҙ ҙә беребеҙҙән кәм түгел. Бәндәселек менән ҡылған хаталарыбыҙҙы ғәфү итеүҙе һорап, изге Рамаҙан айында ураҙалар тотабыҙ, намаҙҙар уҡыйбыҙ, доғалар ҡылабыҙ! Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн. Ҡабул булһын!