Иман
2 Июня 2019, 13:38

"Бында кем хужа?!"

“Ауылдашыбыҙ күптән мәсет төҙөтә башлағайны. Эш һаман дауам итә, тик яртыһына ла етмәгән. Ни өсөн тигәндә, ауылдашыбыҙ был иман йортоноң ҙур, мөһабәт булыуын, башҡаларҙан айырылып тороуын теләй. Бәләкәй итәйек тә ҡуяйыҡ, тип әйтеп ҡарағайныҡ та, “Был – минең мәсет, – тип ауыҙыбыҙҙы япты. – Эшемә ҡыҫылмағыҙ, бында кем хужа?” Ауылдашыбыҙҙың үҙен күрһәтергә теләүе кеүек килеп сыға түгелме был?”

Фото: mukarama.ruФото: mukarama.ru
Фото: mukarama.ru
“Ауылдашыбыҙ күптән мәсет төҙөтә башлағайны. Эш һаман дауам итә, тик яртыһына ла етмәгән. Ни өсөн тигәндә, ауылдашыбыҙ был иман йортоноң ҙур, мөһабәт булыуын, башҡаларҙан айырылып тороуын теләй. Бәләкәй итәйек тә ҡуяйыҡ, тип әйтеп ҡарағайныҡ та, “Был – минең мәсет, – тип ауыҙыбыҙҙы япты. – Эшемә ҡыҫылмағыҙ, бында кем хужа?” Ауылдашыбыҙҙың үҙен күрһәтергә теләүе кеүек килеп сыға түгелме был?”


Гәзитебеҙҙең “Иман” махсус битенә килгән был хатҡа дини остаздарыбыҙҙың һөйләгәндәренә, дини китаптарға таянып яуап бирергә тырышабыҙ.


Иң тәүҙә шуны әйтеү зарур: иман йорттарын бүлергә ярамай, был дин ҡанундарына тап килмәй. Исламда фәҡәт өс мәсеттең — “Ҡәғбәтулла”ның, “Әл-Аҡса”ның (Йәрүсәлимдә) һәм Пәйғәмбәребеҙ мәсетенең статусы бар. Уларҙа уҡылған намаҙҙың сауабы ифрат ҙур тип һанала. Башҡа мәсеттәр иһә бер төрлө: биш кеше намаҙ уҡыймы, йөҙмө, меңме – кимәлдәре тигеҙ. Шуның өсөн дә “был иман йорто матурыраҡ, мөһабәтерәк, тегенеһе бәләкәйерәк” тигән һүҙҙәргә юл ҡуйырға ярамай. Бер илдә, республикала йәшәйбеҙ, тимәк, мәсеттәребеҙҙе уртаҡ йортобоҙ тип ҡарарға, хәстәрләргә, ҡәҙерләп тоторға бурыслыбыҙ. Ғибәҙәтхананың бәрәкәте – үҙ хеҙмәтен атҡарыуында, Исламдың тәғлимәтен таратыуҙа, намаҙ уҡыусыларҙың ихласлығында. Ошондай бурыстар үтәлһә, иншаллаһ, тормошобоҙ имен, күңелебеҙ бөтөн булыр.
Әҙәм балаһы барлыҡ изге эште Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн башҡарырға тейеш. Был хаҡта үҙенең мөбәрәк хәҙисендә Рәсүл Әкрам ғәләйһис-сәләм дә әйткән. “Изгелекте башҡалар күрһен өсөн ҡылыуҙы, маһайыуҙы, тәкәбберлекте Раббыбыҙ ҡабул итмәй”, – тигән ул. Тимәк, ихлас күңелдән башҡарылған изге эшкә Раббыбыҙ сауабын арттырып бирә.
Эйе, ишетеп-күреп тороуыбыҙса, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа мәсетте үҙенең көсөн, мәрхәмәтлелеген күрһәтеү өсөн генә төҙөткәндәр ҙә юҡ түгел. Бинаға бөтөнләй хужа булып, халыҡҡа һүҙ әйтеү мөмкинлеге бирмәгәндәр ҙә бар. “Бөтөн эш ниәткә бәйле”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Тимәк, әҙәм балаһы мәсетте үҙенең исемен ҡалдырыу, көс-ҡеүәтен күрһәтеү өсөн генә төҙөй икән, Аллаһ Тәғәлә уның ғәмәлен ҡабул итмәй, иман йорто үҙ бурысын атҡармай, уға халыҡ та йөрөмәй. Мосолмандар араһын бутау урыны кеүек килеп сыға.
Мәсет – Аллаһ Тәғәләнең йорто ул. Был хаҡта “Ҡөрьән Кәрим”дә аныҡ әйтелгән. Мәсет төҙөлөп бөтөү менән халыҡҡа тапшырылырға, рәсми теркәлеү үтергә, барлыҡ документтары, имамы, мөтәүилләте (совет) булырға тейеш. Эшмәкәрлекте мулланың башҡа дини ҡәрҙәштәребеҙ менән кәңәшләшеп алып барыуы, аңлатыу бурысын даими үтәүе фарыз. Мәсеткә йыйылған аҡсаға килгәндә лә, уны ниндәй маҡсатҡа тотоноу кәрәклеген имам, мөтәүилләт ағзалары кәңәшләшеп хәл итергә тейеш.


Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә дин юлында бергә булырға, аңлашып йәшәргә, тоғро юлдан тайпылмаҫҡа насип ҡылһын, иншаллаһ.
Читайте нас