“Аллаһынан башҡа һис тәңре юҡ” –
Был уй ҡәлғә кеүек ныҡ торор.
Мин күҙһеҙҙе бирҙем ергә –
Күҙ ҡәҙерен белһен күҙле.
Мин телһеҙҙе бирҙем ергә –
Һүҙ ҡәҙерен белһен һүҙле.
Бәлки, шул саҡ ҡәҙерләрҙәр
Был динде мин үҙем һайлап алдым,
Тиңләшерлек уға иман юҡтыр.
Хаҡ динемде нығытыр көс бары
Күркәм холоҡ менән йомартлыҡтыр.
Хәләл кейһә сепрәк кейем,
Ебәккә һин, һай, алданма.
Ҡулың менән үрелеү түгел,
Эй, көнсөллөк, һаранлыҡ вә тәкәбберлек,
Ундайҙарҙың йәне кәрлә, күңеле керле.
Күпме генә лаф орһа ла, ниндәй бәндә
Урап үткән үҙен көткән гүр-ҡәберҙе?
Белһен кеше үҙ самаһын, үҙ ҡәҙерен,
Тәкәбберлек саң-көл булыр хөкөм көндө.
Бар хөрмәтең тиңдәш булмаҫ
Яратылған ҡатын кәкре ҡабырғаңдан,
Ул кәкрене төҙәтәм тип уй ҡорғанда,
Һаҡ булмаһаң, һыныуы бар.
Һин йомшаҡ бул ҡатын-ҡыҙға ҡағылғанда.
Һарандарға йомарт булһаң,
Береһе уның – йомшаҡлыҡтыр,
Өс кешенең доғаһын мин ҡабул ҡылмам:
Яман ҡатынын айырмағандың,
Аласағын юллап алмағандың,
Аҡылы юҡҡа мал биргәндең,
“Аҡылы юҡҡа мал бирмә!” – тип
Әйткән һүҙҙе тыңламағандың.
Ҡарап торһа ир бары үҙ ҡатынына,
Үҙ иренә генә ҡарап торһа ҡатын,
Аллаһынан был икәүгә рәхмәт яуыр,
Шәфҡәт менән ҡарап һаҡлар, тиң яратыр.
Ҡатынының ҡулын тотһа ир-азамат,
Йорттарының артыр шул саҡ ҡот-өмөтө.
Ошо мәлдә икеһенең гонаһтары
Бармаҡтары араһынан ҡойолоп бөтөр.
Һаулыҡты – ауырымаҫ элек,
Ерҙе – ерҙән китмәҫ элек,
Йәшлекте – ҡартаймаҫ элек,
Байлығыңды – бөлмәҫ элек.
Туғанлыҡтың ебен кемдәр өҙөр,
Күрше хаҡын кемдәр һанамаҫ –
Ундайҙарға Аллаһ ҡиәмәт көндө
Миһырбанлы булһа батшағыҙ,
Байҙарығыҙ булһа илгә терәк,
Һеҙгә ер аҫтында булыу түгел,
Ер өҫтөндә булыу хәйерлерәк.
Яуыз булһа әгәр батшағыҙ,
Эшегеҙ – ваҡ, байҙарығыҙ – һаран,
Ер ҡуйыны һеҙгә хәйерлерәк,
Ер йөҙөндә йәшәүегеҙ әрәм.
Буш килгән мал байлыҡ түгел,
Хәләл малын кем ҡәҙерләп тотор,
Ярлылыҡ та шуны урап үтер.