Израилдең Негев сүллегендә археологтар бик боронғо мәсеттәрҙең береһен тапҡан.
Рәхәт ҡалаһында яңы биҫтә төҙөлөшө алдынан үткәрелгән ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табыла мәсеттең емереклектәре, Дөрөҫөрәге, ул – дүртмөйөш рәүешендә һалынған, намаҙ уҡыу өсөн уйымы ла булған таш нигеҙ формаһында.
Мәсет VI-VII быуаттарҙа төҙөлгән, тип иҫәпләй ғалимдар. Археологтар фаразлауынса, ул – Израилдә Ислам дине таралғандан һуң һалынған иң тәүге мәсеттәрҙең береһе.
Быға тиклем боронғо мәсеттәрҙе тик Мәҙинә, Дамаск, Иерусалим кеүек ҙур ҡалаларҙа ғына табалар ине. Ғәмәлдә Ислам бәләкәй ҡала һәм ауылдарҙа ла киң таралған булған. Хәҙер археологтар алдында табышты ҡомартҡы итеп һаҡлап ҡалыу бурысы тора.