Нуриман районында ошо көндәрҙә Ҡөрьәндән сүрәләр ятлау конкурсы булды. Унда гүзәл зат вәкилдәре һынау тотто.
Урындағы мөхтәсибәт тарафынан ойошторолған сара “Аҡ Нур” үҙәк район мәсетендә үтте. Ҡатнашыусыларҙы ике йәш категорияһы буйынса баһаланылар: 16 йәшкә тиклемге балалар һәм 17 – 70 йәшлектәр. Конкурс программаһында ҡаралғанса, Ҡөрьәндән сүрәләр уҡылды, балалар һәм ололар өсөн спорт уйындары уҙғарылды, аҙаҡ табын ойошторолдо.
Урындағы эшҡыуарҙарҙың ярҙамы менән приз фонды быйыл тағы ла ҙурыраҡ булды. Еңеүселәргә планшеттар, велосипедтар тапшырылды, шулай уҡ сарала ҡатнашҡан һәр кем иҫтәлекле бүләк алып ҡыуанды.
– Нуриманда бындай конкурс икенсе тапҡыр үтте. Изге Ҡорбан ғәйете алдынан уҙғарылған сара күркәм йолаға әйләнер, өммәтебеҙҙең нығыныуына үҙ өлөшөн индерер тигән ышаныстабыҙ, – тип белдерҙе ойоштороусылар.