Бөтә яңылыҡтар
Иман
28 Июль 2019, 12:12

Иман ҡайта ауылға!

Ошо көндәрҙә Баймаҡ районы Үрге Яйыҡбай ауылында “Әл-Фәтиха” мәсетен асыу тантанаһы үтте.

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Ошо көндәрҙә Баймаҡ районы Үрге Яйыҡбай ауылында “Әл-Фәтиха” мәсетен асыу тантанаһы үтте.

Былтыр барлыҡҡа килгән ир-егеттәр ҡоро һәм ауыл халҡы тырышлығы менән асылған мәсеттә беренсе тапҡыр аҙан тауышы яңғыраны. Төрлө төбәктән килгән дин әһелдәре менән бер рәттән ауыл халҡы намаҙ уҡыны. Үрге Яйыҡбай (халыҡ телендә Үрге Нуғай) ауылында ҡасандыр мәсет булған, тик ул емерелеп бөткән ине. Ошо элекке мәсет урынына 2017 йылда тәүге нигеҙ ташы һалына. Аллаһ ризалығы өсөн был сауаплы эшкә ауыл халҡы дәррәү тотона. Һәр бер кеше үҙ өлөшөн индерергә тырышты: кемдер ҡул көсө, аҡсалата, фәһемле кәңәштәре менән. Иман йорто асылыу тантанаһына Үрге Яйыҡбайҙан ғына түгел, күрше ауылдарҙан да халыҡ йыйылғайны. Изге ниәт менән уҙғарылған тантанала, йола буйынса байрам хөрмәтенә ҡорбан салынды. Күптән көткән иман йортоноң ишектәре һәр ваҡыт асыҡ булһын, аҙан тауышы тыммаһын!
Читайте нас: