Зиннур Бикбов – Сибай ҡалаһынан, был юлы Ҡорбан ғәйетен Өфө ҡалаһында, ҡыҙының ғаиләһе менән ҡаршылай.
– Ошондай изге байрамды яҡындарым эргәһендә үткәреү үҙе ҙур бәхет. Матур көндө туғандар менән йыйылышып, бер-беребеҙгә изге теләктәр еткереп, Аллаһ Тәғәләгә рәхмәт әйтеп үткәрәсәкбеҙ, – ти ул.
Зиннур Ямалетдин улы ҡатыны Мәүә менән һуңғы йылдарҙа иман юлына баҫыуҙарын, Сибай мәсетенә даими йөрөүҙәрен бәйән итте.
Кеше күңелендә изгелеккә, яҡшылыҡҡа ышаныс мотлаҡ йәшәргә тейеш, шунһыҙ тормоштоң йәме лә, рәте лә булмай, тип инана уҙаман. Ислам тәғлимәттәренең фәҡәт яҡшылыҡҡа, тәүфиҡҡа, тәртипкә әйҙәүен дә билдәләп үтте.
Зиннур ағайҙың “Башҡортостан” гәзитен даими уҡып барыуын, урындағы “Аҡһаҡалдар ҡоро” рәйесе булараҡ, йәмғиәт өсөн әһәмиәтле эштәр башҡарыуын да белдек. Ғүмер буйы ауыл хужалығы белгесе булараҡ төрлө етәксе вазифалар биләгән, тыуған ерем тип янған кешеләрҙән Зиннур ағай.
– “Ләлә-Тюльпан” мәсетендә бығаса бер булғайным, фәҡәт бөгөн, байрамда тағы килергә ниәтләнек. Мине кешеләрҙең күп булыуы, иман йортона ихлас йөрөүҙәре һоҡландыра, – ти Зиннур ағай.