Сәғиҙулла Байегет үҙенең ике аҙналыҡ сәфәрен тамамлай. 45 йәшлек ир уҙаманы быйыл үҙенең мөһим теләгенә иреште. Был хаҡта ул ҡыуанып социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте. Ә бөгөн иртән ул Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең Әбү-Даби ҡалаһындағы донъялағы алты иң ҙур мәсеттең береһе – 20 йыл буйы төҙөлгән, 12 гектарлыҡ биләмәлә урынлашҡан “Аҡ мәсет”те күреү ҡыуанысы менән уртаҡлашты.