Бөтә яңылыҡтар
Иман
17 Сентябрь 2019, 18:44

Кеше тигән зат кем ул?

Беҙҙең башҡорт халҡының барлыҡҡа килеүенә бәйле бик күп фараздар бар. Мин дә ошо хаҡта уй-фекерҙәремде еткергем килә.

Беҙҙең башҡорт халҡының барлыҡҡа килеүенә бәйле бик күп фараздар бар. Мин дә ошо хаҡта уй-фекерҙәремде еткергем килә.


Аллаһ Тәғәлә кешене аҡыл, аң, рух, ғәм, сәм, моң, дәрт, илау-көлөү, намыҫ, ҡот, иҫ, уй, көс, һүҙ, ғәмәл-ғибәҙәт, һөйөү-көйөү, холоҡ, үкенеү, ҡыуаныу һәм башҡа беҙ белгән һәм белмәгән бик күп сифаттар һәм төшөнсәләр менән бүләкләгән. Шулай уҡ Ул кешегә еҫ һиҙеү, ишетеү, күреү, тәм тойоу, арыу, йоҡлау, хәрәкәтләнеү мөмкинлеге биргән, уны һәр береһе үҙенсәлекле эш башҡарған ағзалар, ул ағзаларҙы үҙҙәренең бурыстары булған күҙәнәктәр һәм башҡа беҙ аңлаған һәм аңламаған, күҙгә күренгән-күренмәгән есемдәр менән тәьмин иткән.
Аллаһ Тәғәлә Әҙәм затына йән өргәс, яҡшы йән эйәһе (кеше) килеп сығыуын аңлағас: “Мин һине Ер йөҙөндәге барлыҡ тыуар йәндәрҙең батшаһы итәм!” – ти. Был хаҡта Тәүратта әйтелә.
Ысынлап та, кешенең бөтә төр хайуан­дар­ҙан, ҡоштарҙан юғарыраҡ икәнлеген “Урал батыр” эпосы аша ла беләбеҙ:

“Кеше, кеше тигәндең

Батырлығын һиҙҙем мин...”

Шул уҡ эпоста кешеләрҙең ерҙә үҙҙәрен батша кеүек тотоуы әйтелә:

“Ауырыу-һыҙлау күрмәгән,

Үлем барын белмәгән,

Барлыҡ нәмәгә үлем –

Үҙебеҙ тип һанаған”.
Ә Ҡөрьәндә был турала бына ниндәй аңлатмалар бар (“Әл-Бәҡара” сүрәһе):

“Ул Ер йөҙөндәге бөтә нәмәне һеҙҙең өсөн барлыҡҡа килтерҙе, шунан күккә йүнәлде, уны ете ҡат итеп төҙөнө. Ул – һәр нәмәне белеүсе!” Һәм бына Раббың фәрештәләргә: “Мин Ер йөҙөндә үҙемдең урынбаҫарымды булдырасаҡмын, тине”.
Ҡөрьәндәге был аяттарҙан аңла­шылыуынса, Аллаһ Тәғәлә – бөтөн ғаләмдең батшаһы. Ул һәр нәмәне күрә, ишетә. Ул “Бул!” тиһә, теләһә нәмә юҡтан бар була. Иге-сиге булмаған йыһандың батшаһы Аллаһ Тәғәлә өсөн Ер шары – бер туп ҡыналыр. Ә унда йәшәгән бар мәхлүк уның өсөн бер ҡорт ишелер. Кешенең һәм ерҙә йәшәгән башҡа тереклектең ҡорт ҡына икәнен рус телендәге “человек” (“селәү”), төрки телдәрҙәге “ҡорт”, “ҡош-ҡорт” тигән һүҙҙәр ҙә аңлатып тора.
Кеше – Аллаһ Тәғәләнең Ерҙәге урынбаҫары булғас, бындағы бар ҡортҡа баштыр. Тимәк, кеше тигән зат ул – баш ҡорттор.


Әбйәлил районы,

Асҡар ауылы.
Читайте нас