Иман
29 Сентября 2019, 17:27

"Мосолман кейемен мода өсөн генә кейәләр”

Бындай дәғүә дөрөҫлөккә тап киләме?

Фото: w-dog.ruФото: w-dog.ru
Фото: w-dog.ru
Аллаға шөкөр, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була бара. Был, әлбиттә, Исламдың үҫешенә бәйле.
Әммә, динебеҙ ҡанундарына ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙың урамда ғына түгел, өйҙә лә матур итеп кейенеп, биҙәнеп-төҙәнеп йөрөүе хәйерле һанала. Гүзәл зат ошолай йортҡа нур, йәм таратып, иренең күңелен хушландырып, уны яңы бейеклектәргә маҡсатландырып йәшәргә, балаларын яҡшы итеп ҡарарға, күркәм тәрбиә бирергә, аш-һыуға иғтибарлы булырға тейеш.
Ислам дине гүзәл затҡа биҙәнергә рөхсәт итә. Әйтәйек, йөҙөңдә бер аҙ һыр барлыҡҡа килде икән, быны ир күрергә тейеш түгел, уның алдында гелән матур булырға кәрәк. Урамға биҙәнеп сығыу иһә сит-ят күҙҙәрҙән һаҡлай, тиҙәр. Алтын, көмөш биҙәүестәр ҙә рөхсәт ителә. Яулыҡтың, күлдәктең, итәктең формаһына килгәндә, уларҙың, урындағы йолаларға бәйле, төрлө булыуы ихтимал.
“Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ мосолман кейемен мода өсөн генә кейә” тигән һүҙҙәрҙе лә ишетергә тура килә. Бындай дәғүә дөрөҫлөккә тап килмәй. Беренсенән, мосолман кейемендә мода булырға тейеш: ул ҡатын-ҡыҙға күркәмлек, нәзәкәтлелек өҫтәй.
Икенсенән, мәғлүм ки, иманға килеү бер-ике көнлөк кенә юл түгел. Кемдер ошо аҙымды кейемдән башларға булған икән, дәғүәләр менән уның күңелен төшөрөү гонаһ булыр. Артабан да күңеленә иман тула барһын тип теләйек.
Бер-беребеҙҙе яратып, хөрмәт итеп, изге теләктә йәшәйек, ҡәрҙәштәр!
Читайте нас