Иман
3 Октября 2019, 18:37

Хоҙайҙың ярҙамына мохтажмы ни һин?

Иртәнсәк кенә шар-шор көлөшөп, бөтөн донъяға хужа кеүек ҡыланып йөрөгән ирҙәрҙе алмаштырып ҡуйғандармы ни! Мөшкөл хәлгә ҡалып, ағарынып, һүҙ өндәшә алмай ултыралар. Араларынан башҡорто шул саҡ ипләп кенә һорап ҡуйҙы: “Бая, иртәнсәк, нимә тип әйтергә ҡушҡайның әле?”

Фото: avatars.mds.yandex.netФото: avatars.mds.yandex.net
Фото: avatars.mds.yandex.net
Республикабыҙ¬ҙағы бер ауылдың имам-хатибы үҙ тормошонан хикмәтле ваҡиға һөйләне.
"Бер мәл күрше төбәктән ағас алырға килгәйнеләр. Минең урман эшендә генә түгел, иман юлында ла йөрөгәнде белгәс, аптырауға ҡалдылар.
“Донъяң етеш, тағы нимә кәрәк һиңә? – тип белдерҙе береһе – үҙебеҙҙең башҡорт. – Хоҙайҙың ярҙамына мохтажһыңмы ни?”
“Тәүбә тиген!” – тинем, ҡотом осоп. Үҙем эстән генә йәһәтләп доға уҡый һалдым, “Ғәфү итһәңсе, Аллаһ Тәғәләм! Юлдаштарымды ла кисерһәңсе”, – тип диләнкәгә еткәнсе ярлыҡау һорап барҙым.
Ағасты тейәп бөтөп, ҡайтырға сыҡҡас, ҡапыл ямғыр яуа башланы. Тегеләрҙең беҙҙең юлдарға өйрәнмәгән “КамАЗ”ы алға китә алмай, тәгәрмәстәре бер урында әйләнеп тик ултыра. Ә мин “МТЗ-82” менән уларҙың артынан килә инем. Ике яҡлап та ситләтеп алға сығып булмағанлыҡтан, ярҙам итеү мөмкин түгел. Бына артҡа сигенгәндән-сигенеп килгән “КамАЗ”, бер яҡҡа табан аушая биреп, бөтөнләй аҫҡа төшөп ултырҙы.
Етмәһә, күҙ бәйләнә башланы, күк йөҙөн тотошлай ҡара болот ҡапланы. Ауылға шылтыратыр инем, бында телефон тотмай. Шулай ҙа барыбер берҙән-бер юл – кемделер ярҙамға саҡырыу. Шымтайып ҡалған юлдаштарыма быны аңлатып, шыр ямғырҙа йәйәү тау башына ҡарай – телефон бәйләнеше булған ер эҙләп киттем. Шулай сәғәт тирәһе йөрөгәс, әл-хәмдү лил-ләһ, ауылға шылтыратыуға өлгәштем. Һөҙөмтәлә ағайым килеп етеп, тегеләрҙе һөйрәп сығарҙы.
Ҡырсынташлы тигеҙ юлға еткәс, яу яланын үткәндәй, туҡтап ҡалдыҡ. Техниканан төшөп, ағайым менән юлдаштарыбыҙ янына килдек. Иртәнсәк кенә шар-шор көлөшөп, бөтөн донъяға хужа кеүек ҡыланып йөрөгән ирҙәрҙе алмаштырып ҡуйғандармы ни! Мөшкөл хәлгә ҡалып, ағарынып, һүҙ өндәшә алмай ултыралар.
Араларынан башҡорто шул саҡ ипләп кенә һорап ҡуйҙы: “Бая, иртәнсәк, нимә тип әйтергә ҡушҡайның әле?”
Мин, сыҙай алмайынса, шарҡылдап көлөп ебәрҙем: “Тәүбә тиеүегеҙҙе һорағайным”.

Ә тегеләрҙә шаярырға теләүҙең әҫәре лә юҡ.
“Тәүбә...” – тине теге башҡорт шыбырлап ҡына. Уның әйткәнен янындағы ике юлдашы ла (ә улар бөтөнләй башҡа халыҡтан) бер-бер артлы ҡабатланы. Унан милләттәшебеҙ өҫтәп ҡуйҙы: “Аллаға шөкөр!..”
Читайте нас