Пәйғәмбәребеҙҙең ошо һүҙҙәре белем биреүҙең төп нигеҙе булып ҡала.
Иртәгә – Уҡытыусылар көнө. Ошо уңайҙан барлыҡ педагогик йәмәғәтселекте, остаздарыбыҙҙы ихлас тәбрикләп, уларға ауыр хеҙмәтендә уңыштар, эшенең ыңғай һөҙөмтәһен күреп, яңынан-яңы үрҙәргә ынтылып, белем орлоҡтарын мул сәсеп йәшәүен теләйбеҙ.
Ислам динендә, әл-хәмдү лил-ләһ, мәғрифәткә ифрат ҙур урын бирелә. Ҡөрьәндәге иң тәүге аяттың “Һине юҡтан бар итеп яралтҡан Аллаһ Тәғәлә исеменән уҡы!” тип башланыуы, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең бик күп хәҙистәре аша ғилемгә әйҙәүе – быға ныҡлы дәлил.
Беҙҙә элек-электән йәш быуынға белем биреү тәүмаҡсаттарҙың береһе булып торған. Мәғлүм ки, борон уҡыу йорттары мәктәпкә һәм мәҙрәсәгә бүленгән. Тәүгеһендә фәҡәт яҙыу серҙәре өйрәнелгән. Китаптарҙы күсереү менән шөғөлләнгән айырым кешеләр ошо мәктәптә белем алған. Унда йәнә каллиграфия ғилеме өйрәтелгән. Белеүебеҙсә, ғәрәп яҙмаһы ғәжәп үҙенсәлекле, ул урыҫса юҡҡа ғына “арабская вязь” тип аталмай: хәрефтәр бер-береһе менән ситән үргәндәге шикелле аралашып килә, гүйә, рәсем хасил була. Ошо сәнғәтте өйрәткән уҡытыусы “хаттат” тип йөрөтөлгән.
Бөгөн иһә был һөнәр әкренләп тергеҙелә. Мәҫәлән, Өфө мәсеттәрендә ҡырҙан килгән хаттаттарҙың дәрес биргәне бар. Каллиграфик яҙмалар мәсеттәрҙе, китаптарҙы биҙәй, матурлығы, серлелеге менән һоҡландыра. Ғөмүмән, бөйөк сәнғәт өлгөһө. Уның серҙәренә өйрәткән уҡытыусыларға Аллаһ тарафынан бирелгән үҙенсәлекле оҫталыҡ хас.
Мәҙрәсәлә иһә төрлө дәрестәр үткәрелгән. Октябрь революцияһына тиклем Башҡортостанда бындай бихисап уҡыу йорто булған. Араларынан “Ғәлиә”, “Ғосманиә”, “Хөсәйениә”, “Рәсүлиә” кеүек мәҙрәсәләрҙең исеме әле лә киң билдәле. Улар бөгөнгө юғары уҡыу йорттары дәрәжәһендә булған. Дәрес биреүселәрҙе остаз, мөғәллим, мөҙәрис, хәлфә тип атағандар. Ҡыҙҙарға иһә хәҙрәттең абыстайы ғилем биргән, уны остазбикә, түтәй, абыстай тип йөрөткәндәр.
Мәҙрәсәләр бер нисә төргә бүленгән. Берәүҙәрендә, мәҫәлән, Ҡөрьән хафиздары әҙерләнгән. Улар изге китапты тулыһынса ятлап алған. Бөгөн дә, әл-хәмдү лил-ләһ, ошондай уҡыу йорттары бар. Мәҫәлән, Төркиәлә көслө мәҙрәсә эшләй, Татарстанда ла бер нисә йыл элек асылды. Элек унда балаларҙы биш-алты йәштән башлап алғандар. Изге китапты ятлағандарҙы Ҡөрьән-хафиз тип исемләгәндәр.
Шул уҡ ваҡытта, билдәле булыуынса, борон күҙҙәре күрмәгән ир балаларҙы Ҡөрьән хафиздарын әҙерләү мәҙрәсәһенә биргәндәр. Унда белем алып, артабан дин юлында тырышлыҡ күрһәткән кеше халыҡ араһында ҡарый булып танылған, абруй ҡаҙанған.
Бынан тыш, Фиҡ мәҙрәсәләре булған. Унда Ислам ҡанундары, фарыздары, сөннәттәре үҙләштерелгән. Шулай уҡ хәҙис ғилемен өйрәнеү мәҙрәсәләре эшләгән. Белеүебеҙсә, Пәйғәмбәребеҙҙең ошондай аҡылдары “Ҡөрьән Кәрим”дән ҡала икенсе урында тора.
Тәфсир мәҙрәсәләре булған, уларҙа “Ҡөрьән Кәрим”дең мәғәнәһенә төшөндөргәндәр.
Ғөмүмән, мосолман донъяһында борон-борондан ғилемгә ынтылыш көслө булған. Илдең, милләттең, өммәттең алға барыуы белемгә, уны дөрөҫ файҙаланыуға бәйле. Шул уҡ ваҡытта ғилем әҙәм балаһын һәр яҡлап тәрбиәләргә, рухландырырға, үҫтерергә тейеш. Кире осраҡта ул – файҙаһыҙ.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең бөтөн педагогиканы үҙ эсенә алған дүрт кенә юллыҡ хәҙисе бар: “Ғилемде иң еңел юл менән бирегеҙ! Баланы ҡыуандырығыҙ, дәртләндерегеҙ, рухландырығыҙ, күңелен һындырмағыҙ”.
Уҡытыусыларыбыҙға ошо аҡылды хеҙмәтенең төп нигеҙе итеп алып, уңышлы эшләргә, изге һөнәренең сикһеҙ бәрәкәтен күреп, уҡыусыларының ихлас рәхмәтен ишетеп йәшәргә яҙһын.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә файҙалы ғилем насип итеп, дөрөҫ юлдан барырға яҙһын, иншаллаһ!