Иман
4 Октября 2019, 12:59

Төмәнәктәр күптән көткәйне

Туймазы районының Төмәнәк ауылында ике йыл элек иман йорто төҙөлә башлағайны, күптән түгел ул сафҡа инде.

Туймазы районының Төмәнәк ауылында ике йыл элек иман йорто төҙөлә башлағайны, күптән түгел ул сафҡа инде.


Урындағы аҡһаҡалдар һөйләүенсә, бында Совет власы урынлашҡанға ҡәҙәр өс мәсет эшләгән. Унан һуң иһә, яңы быуат башына тиклем, иман йорто бөтөнләй булмаған.


2002 йылда халыҡ дөйөм тырышлыҡ менән бәләкәй генә мәсет һалыуға өлгәшкән. Унда үҙҙәре генә түгел, күрше Дарвин, Покровка ауылдарынан, шулай уҡ Шаран районынан да кешеләр байтаҡ йөрөгәс, ғәйет намаҙҙарында халыҡ эскә бөтөнләй һыймай башлаған. Һөҙөмтәлә ике йыл элек урындағы уҙаман Фәнир Ғәлимов үҙ аҡсаһына Төмәнәктең уртаһында иман йорто төҙөргә ҡарар иткән. Оло быуын вәкилдәре әйтеүенсә, боронғо бер мәсеттәре тап ошо урында булған.


Яңы ғибәҙәтхана 150 кешегә иҫәпләнгән. Унда ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым бүлмәләр, тәһәрәт алыу урыны бар. Мәсеттә өлкәндәр ҙә, балалар ҙа дини һабаҡ алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ, аҙнаһына ике тапҡыр Ҡөрьән нигеҙҙәре һәм ғәрәп теле уҡытыу ҡаралған.
Читайте нас