Иман
4 Октября 2019, 12:57

Яңы Сәпәшкә – яңы һулыш

Әлшәй районының Яңы Сәпәш ауылында иман йорто төҙөлә башлаған.

Әлшәй районының Яңы Сәпәш ауылында иман йорто төҙөлә башлаған.


Мәсет өсөн бинаны урындағы эшҡыуар Руслан Дәүләтшин биргән. Кирбес йорт ҙур, иркен, ныҡлы. Райондың имам-мөхтәсибе әйтеүенсә, унда ремонт үткәрелгән, барлыҡ коммуникациялар бар. Хәҙер инде ауыл халҡы эстәге эштәргә тотонған.


“Яңы Сәпәш кешеләре үҙҙәрендә мәсет асылыу хаҡында хәбәрҙе шул ҡәҙәр ҡыуанып ҡабул итте, – ти имам-мөхтәсиб Илшат хәҙрәт Йосопов. – Күптән түгел ауылдың 115 йыллығын үткәргәндә йыраҡтан килгәндәр ҙә күмәкләшеп иман йорто бинаһына инеп сыҡты, Ҡөрьән тыңланы, ҡорбан ашы ашаны, мәсетте төҙөп бөтөрөү хаҡында бергәләп фекер алышты. Әл-хәмдү лил-ләһ, барыһы ла ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә теләк белдерҙе”.


Урындағы халыҡ ҡына түгел, ошонда тыуып, әле ситтә йәшәгәндәр ҙә изге эшкә үҙ өлөшөн индерәсәк. Әле, мәҫәлән, Яр Саллыла ғүмер кисергән яҡташтары Урал Ильясов байтаҡ аҡса тапшырған. Һәр кемдең яҡшы ниәттәге ярҙамына Аллаһ Тәғәлә сауаптарын насип итер, иншаллаһ.
Читайте нас