Ошо көндәрҙә Бөрйән районының Мәһәҙей ауылында иман йорто ишектәрен асты.
“Белем усағы эргәһендә ҡалҡып сыҡҡан мәсетебеҙ ауылға нур сәсеп ултыра. Аллаһ йортон төҙөүгә йөрьәт итеүсе – эшҡыуар, Афған һуғышы ветераны Фәнис Сәйәхов. Ул мәсет төҙөү өсөн ағас йүнләп алғас, ир-ат күмәкләп бура бурап, нигеҙ ҡороп, күтәреп тә ултыртты. Артабан тышҡы һәм эске эштәргә оҫталар йәлеп ителде”, – ти уҡытыусы сәйҙә Сәйәхова.
Уның һүҙҙәренсә, ауылдаштары Алһыу һәм Фәнис Сәйәховтар, ошо төйәктән сығып, әле Әбйәлил районында йәшәгән Айһылыу һәм Шәрифйән Ғәлиндар ошо матур мәсет асылған көндә ҡорбан салдырып, мул табын ҡороп, ҡәрҙәштәребеҙҙе һыйлап, сауап алған. “Элгеләү” халыҡ фольклор ансамбле ҡатын-ҡыҙҙарының сығышы байрамға йәм өҫтәгән.
Яңы мәсет ҡотло булһын, халыҡҡа оҙаҡ-оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен!