Бөтә яңылыҡтар
Иман
29 Октябрь 2019, 13:08

Хаж дәфтәренән

Шөкөр, миңә лә хаж ғәмәлен үтәп, ислам диненең бишенсе терәген бойомға ашырыу насип булды. Һәр ғәмәлде үтәү өсөн ниәт кәрәк. Ниәт ысын күңелдән булһа, Аллаһ һәр ваҡыт ярҙамын бирә.

Шөкөр, миңә лә хаж ғәмәлен үтәп, ислам диненең бишенсе терәген бойомға ашырыу насип булды. Һәр ғәмәлде үтәү өсөн ниәт кәрәк. Ниәт ысын күңелдән булһа, Аллаһ һәр ваҡыт ярҙамын бирә.


Беҙҙең етәксaе Мораҡтан Рәсүл хәҙрәт булды, ул Мәҙинәлә уҡыған, ғәрәп телен яҡ­шы белә. Ябай һәм оҫта ойоштороусы, аҙашып киткәндәргә һәр ваҡыт тиҙ генә яр­ҙам итте. Унда беҙҙәге һымаҡ урам исем­дәре, өй һандары яҙылмаған – шуға тиҙ генә аҙашып китергә була. Тирә-яғыңды, ҡайҙа киткәнеңде иҫләп, етәксеңде тыңлап, барыр ереңде алдан хәбәр итеп торорға кәрәк.
Хажда ваҡытыңды бушҡа үткәрмәй, ғә­мәл­дәрҙе дөрөҫ үтәп, уяу һәм иғтибарлы, кешеләр менән яҡшы мөнәсәбәттә булыу шарт. Мәккәлә 45-50 градус эҫелек, ике тапҡыр ямғыр һибәләгәйне, мунса кеүек булып китте.
Беҙ төп хаж башланырҙан ете-һигеҙ көн алда барғайныҡ. Шуға ғөмрә – кесе хаж ҡылырға ниәт иттек.
Ғөмрә хажы Ҡәғбәтулланы ете ҡат тауаф ҡылыу (сәғәт уҡтарына ҡаршы урау) һәм ике рәҡәғәт нәфел намаҙы уҡыу, унан Сафа менән Мәрүә араһында ете тапҡыр сағи ҡы­лыу­ҙан (йөрөү) ғибәрәт. Ошо ике тау ара­һында йөрөгәндә һәр ваҡыт доғала булаһың. Сафа менән Мәрүә тауҙары – Аллаһтың ғибәҙәт өсөн тәғәйенләгән урыны. Ғөмрә хажы – сөннәт, уны үтәү ныҡ сауаплы. Уны үҙең өсөн дә, башҡалар өсөн дә үтәргә мөмкин. Мин ете көн эсендә үҙем һәм тағы алты кеше өсөн үттем. Ошо ваҡытта Ҡәғбәтуллаға 14 тапҡыр ике ҡуллап тотоноп, үбергә насип булды, шөкөр.
Бер бүлмәлә Белореттан Зөлфәр Хәлитов (Зөлҡәрнәй), Әбйәлилдән Иштимер Дауытов, Өфөнән Абдуллаһ менән бергә йәшәнек, бергә йөрөнөк. Ҡәғбәтулла тирәһендә күпләп намаҙҙар уҡыныҡ. Абдуллаһ – өс, Иштимер ике тапҡыр хажда булған.
Намаҙ ваҡыты етһә, күмәкләп уҡыныҡ. Ҡәғбәтуллала бер намаҙ уҡыу башҡа ерҙәге мәсеттәрҙә йөҙ мең намаҙ уҡыуға тиң! Фарыз намаҙҙарынан һуң дүрт тәҡбир әйтеп, йыназа намаҙын үтәп ҡуяһың. Хажда йөрөгәндә – Мәккәлә, Мәҙинәлә кеше күпләп үлә, һәр намаҙҙан һуң биш-алты кешегә йыназа уҡыйһың. Эргә-тирәлә үлгән кешеләрҙе лә Ҡәғбәтулла эргәһенә, Мәҙинәлә булһа, пәйғәмбәр (с.ғ.с.) мәсете эргәһенә алып киләләр, сөнки йыназала миллионлап кеше ҡатнаша, ә мәрхүм булған мосолмандың йыназаһында күпме кеше ҡатнаша, улар был үлгән кеше өсөн Ҡиәмәттә шәфәғәтсе буласаҡ. Ғөмрә хажын үтәгәс, сәсте алаһың, ошонан һуң ихрамды сисеп, үҙ кейемеңде кейһәң дә була.
Ҡәғбәтулла тирәләй мискәләргә зәм-зәм һыуы ҡойоп ҡуялар – шунан стакан менән алып эсәһең. Беҙ бәләкәй шешәләргә тултырып та ала торғайныҡ – шулайтып көнө буйы зәм-зәм һыуын эстек. Көнгә бер ашап алһаң, бөтөнләй асыҡмайһың. Күберәк дөгө һәм ҡыҙҙырылған тауыҡ ите менән туҡландыҡ.
Кеше күп булғас, намаҙға бер-ике сәғәт алдан сығып китәһең, шунһыҙ мәсеткә инеп булмай – ишектәрен ябып ҡуялар, унан намаҙыңды тышта уҡыйһың. Беҙгә лә бер тапҡыр тышта, урамда намаҙ уҡырға тура килде. Урамда шул тиклем эҫе. Беҙ йөрөгән мәсет дүрт ҡатлы ине, иҙәненә аҡ таш түшәлгән, эсендә еләҫ, рәхәт.
Төрлө милләтле миллион-миллион мосолмандар менән тулы урам тотош бер даръяны хәтерләтә – әйтерһең, улар атламай, ә ағып бара төҫлө. Ошонда ислам диненең ҡеүәтен, бөйөклөгөн аңлайһың.
Фарыз хаждың төп ғәмәлдәре зөлхизәнең 7-се, 8-се, 9-сы көндәрендә Минала үтәлә. Был көндәрҙә унда ҡалыу, йоҡлау шарт. Палаткаларҙан тотош ҡаласыҡ хасил була, аҙашһаң, табыуы ҡыйын. Бер үк палаткалар, ярай, һандары бар.
Ғәрәфә көнө иртәнге намаҙҙы уҡығас, Ғәрәфә үҙәненә йүнәләһең. Ул Ҡәғбәтулла­нан 17-18 саҡрым тирәһе, ә Минанан Ғәрәфәгә өс-дүрт саҡрым. Ғәрәфәнең уртаһында Рәхмәт тауы бар. Унда менеп намаҙ уҡыныҡ, фотоға төштөк. Өйләнән алып ҡояш байығансы Ғәрәфәлә торҙоҡ. Өйлә менән икенде намаҙын ҡушып уҡыныҡ. Ғәрәфә – доғалар ҡабул була торған ер.
Ҡояш байый башлағас, Мөздәлифәгә бараһың, унда аҡшам менән йәстүҙе ҡушып уҡыныҡ. Китеп барғанда Баймаҡтан оло ғына ағай (70-те үткән) хәле бөтөп тороп ҡалған ине. Мин дә уның менән иптәшкә ҡалдым. Икәүләп таш сүпләнек. Ағайҙы билдәле урында ҡалдырып, иптәштәр эргәһенә барҙым, унан егеттәр теге ағайҙы барып алды. Намаҙҙарҙы уҡып, асыҡ һауала йоҡланыҡ. Эргәнән кешеләр үтеп-һүтеп тора, уянғанда түшәк тулы ҡом ине. Исмәғил хәҙрәт менән нәфел намаҙын уҡып алдыҡ. Мөздәлифәлә тәһәрәтхана һирәк, шуға сиратта оҙаҡ ҡына торорға тура килде. Бында иртәнге намаҙҙан ҡояш сыҡҡансы доға ҡылыу сөннәт. Ғөмүмән, унда булған ваҡытта Аллаһ Тәғәләгә ялбарып, унан гонаһтарҙы ғәфү итеүен һорап, доға ҡылып тороу кәрәк.
Аҙаҡ Минаға ҡайтып, джимара-акабаға таш ташларға бараһың. Беренсе көндө стенаға ете таш ташлайһың, таштар ҙур түгел – бармаҡ башындай ғына, ҙур ярамай. Таш ташлағас, ҡорбан салған хәбәр булһа, башты ҡыраһың. Унан ихрамды сисәһең. Быны ғәйеттең өс көнөндә үтәргә була. Был ваҡыт эсендә барыһы 70 таш ташланыҡ. Теләүселәр дүртенсе көндә лә ташланы.
Барғанда ла, ҡайтҡанда ла бер нисә туннель аша үтәһең, уларҙың береһе оҙон ғына, унда һыуытҡыстар, кондиционерҙар ҡуйылған. Полиция хеҙмәткәрҙәре кешегә һыу һиптереп тора. Зөлфәр уларҙың эргәләренә барып йыуынып китә ине.
Мәккәлә пәйғәмбәребеҙгә беренсе тапҡыр вәхи (откровения) инә башлаған Хира тауында булдыҡ, фотоға төштөк. Үгеҙ, Нур тауҙарына мендек, тау башында намаҙ уҡыныҡ, зекер ҡылдыҡ. Тауҙар яланғас бул­һа ла, күңелгә шул тиклем яҡын, мөғжизәле. Тарихи ерҙәрҙә йөрөү күп кисерештәр, асыштар бирҙе һәм төрлө мөғжизәләргә тарытты. Уларҙың бөтәһен дә яҙып бөтөп булмай.
Мәккәнән Мәҙинәгә барыр алдынан изге йорт – харам мәсеткә барып һаубуллашыу ғәмәлен ҡылдыҡ. Мәккәнән Мәҙинәгә – 450 саҡрым. Юл сүллек аша үтә, эре таштар, ҡаялар ҙа бар, диңгеҙ ҙә күренеп ҡалды.
Мәҙинә – матур ҡала. Кешеләре ҡунаҡ­сыл, магазиндары бай, күстәнәс-бүләктәрҙе лә шунда алдыҡ. Унда пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) мәсетендә булдыҡ, сәләм һәм башҡа намаҙ­ҙар уҡыныҡ. Аллаһтың илсеһе әйткән: “Ми­нең мәсеттә уҡылған намаҙ башҡа мәсеттәр­ҙә уҡылған мең намаҙҙан өҫтөнөрәк”.
Пәйғәмбәребеҙҙең ҡәбере эргәһенән салауаттар әйтеп үттек. Әбү-Бәкер Ситдыҡ, Ғүмәр ибн Хаттаб ҡәберҙәре лә мәсет эсендә. Мөхәммәт (с.ғ.с.) мәсетенә йылдың теләһә ҡайһы мәлендә барырға ярай һәм ул хаж ғәмәлдәренә кермәй.

Куба мәсетендә булып намаҙ уҡып сыҡ­тыҡ. Унда барып ике рәҡәғәт намаҙ уҡыған кешегә ғөмрә сауабы була.
Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.): “Минең өйөмдә тәһәрәт алып, Куба мәсетенә барып, унда намаҙ уҡыған кешегә ғөмрә үтәгәндәге кеүек сауап булыр”, – тигән. Өхөд, Уҡсылар тауында булып, фотоға төшөп, 70 шәһит киткән сәхәбә ерләнгән зыяратҡа барып аят уҡыныҡ. Ҡырағай үҫкән финик ағастары араһында ла йөрөнөк.
Мәҙинәлә өс көн булырға насип итте. Унан автобус менән Дубайға юлландыҡ. Әлхәмдүлилләһ, миңә алыҫ Сәғүд Ғәрәб­ста­нына барып, изге ерҙәребеҙ Мәккә, Мәҙинәлә булып, пәйғәмбәребеҙ эҙҙәренән йөрөп, матур һәм бай тәьҫораттар менән ҡайтыу насип булды.
Бөрйән районы,

Аҫҡар ауылы.
Читайте нас