Иман
1 Ноября 2019, 07:15

Был йорттар яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа әйҙәй

Стәрлетамаҡ районының Рощинский ҡасабаһында мосолмандарҙың иман йорто – мәсет менән православие динен тотоусыларҙың ҡорамы бер-береһенән 200 метр самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан. Был үҙенә күрә символик мәғәнәгә эйә, сөнки ҡасаба халҡының тап яртыһын – мосолмандар, икенсе яртыһын христиан дине ҡанундары буйынса йәшәүселәр тәшкил итә.

Стәрлетамаҡ районының Рощинский ҡасабаһында мосолмандарҙың иман йорто – мәсет менән православие динен тотоусыларҙың ҡорамы бер-береһенән 200 метр самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан. Был үҙенә күрә символик мәғәнәгә эйә, сөнки ҡасаба халҡының тап яртыһын – мосолмандар, икенсе яртыһын христиан дине ҡанундары буйынса йәшәүселәр тәшкил итә.


Үткән быуат аҙағында ул саҡтағы “Рощинский” совхозы директоры, хәҙер Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Әнүәр Рауил улы Абдрафиҡов ҡасабала бер юлы мәсет һәм сиркәү һалыу ниәте хаҡында белдергәс, совхоз эшселәре, урындағы халыҡ был башланғысты күтәреп ала. 1999 йылдың февралендә V профсоюз конференцияһында Рощинский ҡасабаһында бер юлы мәсет һәм сиркәү төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә.
Барлыҡ эштәр “Рощинский” совхозы эшселәренең берҙәм көсө менән башҡарыла, бары эске биҙәү мәшә­ҡәттәренә генә ситтән белгестәр йәлеп ителә.
“Рощинский” совхозының финанс ярҙамы ниге­ҙендә төҙөлгән мәсет әллә ҡайҙан нур сәсеп, үҙенә саҡырып ултыра. Иман йорто башта бер манаралы була, унан инде үҙгәртеп ҡоролоп, тағы ике манара күтәрелә. Бөгөн ул эргә-тирәләге иң ҙур һәм матур мәсеттәрҙең береһе һанала. Бында килеүсе­ләрҙе яҙҙан көҙгәсә аллы-гөллө сәскә түтәлдәре ҡаршы ала, һәр ерҙә тәртип, таҙалыҡ хөкөм һөрә.
– Мәсеткә халыҡ йөрөй, балалар, йәштәр һәм ололар өсөн дини уҡыуҙар ойошторола, байрамдар, йома намаҙҙары бик матур үтә, – тип һөйләй имам-хатиб Нәзирулла хәҙрәт. – Совхоздың, ауыл хакимиәтенең даими ярҙамын тойоп эшләйбеҙ, шунһыҙ беҙҙәге ише ҙур биләмәне, мөһабәт мәсетте тейешле тәртиптә тотоу еңел бул­маҫ ине. Шулай уҡ район етәксе­леге тарафынан да иғтибар-хәстәр көслө. Әлбиттә, киләсәктә мәсеткә халыҡтың күберәк йөрөүен теләр инем, иман бар ерҙә ҡот булыуын, бәрәкәт артыуын онотмайыҡ.


* * *


2001 йылдың ноябрендә тантаналы шарттарҙа асылған сиркәү Архангел Михаил исемен йөрөтә. Уның эшмә­кәр­ле­генә Өфө һәм Стәрлетамаҡ архиепискобы Никон фатиха биргән. Храмдың настоятеле – архимандрит Симеон (Кувайцев). Киләһе йылдың яҙына храм тауышҡа эйә була: совхоз ярҙа­мы менән Силә­белә махсус заказ буйынса биш ҡыңғырау ҡоялар. Улар урынлашҡан урынға махсус сәғәт – куранттар ҡуйыла.
Байрамдар мәлендә, ял көндәрендә сиркәүгә йөрөүселәр айырыуса күп. Иркен, яҡты бинала килеүселәр өсөн айырым бүлмәләр, ял итеү урындары булдырылған.
Рощинский ҡасабаһының үҙенсәлекле биҙәге булған был иман йорттары киләсәктә лә халыҡты яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа ғына әйҙәһен!

Читайте нас