Бөтә яңылыҡтар
Иман
1 Ноябрь 2019, 18:30

Ғүмәрҙәр төйәген нурға күмер

Мәсет төҙөгән кешегә ахирәттә һарай һалырмын, тиелә изге Ҡөрьәндә. Ә беҙҙең халҡыбыҙ хәҙер тотош ауыл менән бергә иман йорттары ҡалҡыта. Тимәк, сауап-бәрәкәт тә күпләп килер, иншаллаһ.

Мәсет төҙөгән кешегә ахирәттә һарай һалырмын, тиелә изге Ҡөрьәндә. Ә беҙҙең халҡыбыҙ хәҙер тотош ауыл менән бергә иман йорттары ҡалҡыта. Тимәк, сауап-бәрәкәт тә күпләп килер, иншаллаһ.


Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының Ғүмәр ауылында ла иман йорто асылды. Аллаһ йортон төҙөүгә урындағы халыҡ берҙәм тырышлыҡ һалды.
Ауылдың имам-хатибы Йосоп Үҙәнбаев әйтеүенсә, 2016 йылда күмәкләп йыйылып, төйәккә иман йорто кәрәклеге мәсьәләһен күтә­рәләр. Тәҡдимде берҙәм хуплап, һәр ғаилә ҡулынан килгәнсә матди ярҙам күр­һәтә, изге ғәмәлдән ҡырҙа эшләгән һәм йәшәгәндәр ҙә ситтә тороп ҡалмай. Әйткәндәй, элек тә Ғүмәрҙә таш мәсет булған, совет осоро йылдарында ул емертелгән.
Халыҡтың әүҙем һәм бер­ҙәм булыуы эште тиҙ арала башҡарырға ярҙам итә. Әҡсән Үҙәнбаев атлы уҙаман мәсет өсөн 7х8 ҙурлыҡтағы бура бирә, уға янлап төкәтмә ултыртыла. Хәмзә Үҙәнбаев иман йорто­ноң манараһын тө­ҙөү­гә ярҙам итһә, уның айы Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмә­тул­линдың кәңәше менән эшләтеп алына.
Күрше Буранбай ауылынан Нурфәйез Нәүшир­банов атлы шәхси эш­ҡыуар төкәтмә һалыуҙың бар сығымын үҙе ҡаплай, ауыл халҡының уға рәх­мәте сикһеҙ. Урындағы аҡ­һаҡал Йосоп Үҙәнбаев, депутаттар Әҙеһәм Әхмәт­йәнов, Айгиз Йәрмөхә­мә­тов даими килеп ҡарап, тө­ҙөүселәргә кәңәшен би­рә, барынса ярҙам итә. Әйт­кәндәй, Ғүмәрҙәге бер­ҙән-бер эшҡыуар Айгиз Йәрмөхәмәтов мәсет тө­ҙөү­гә үҙ транспортын да, ва­ҡытын да, аҡсаһын да йәлләмәй, төп бағыусы­лар­ҙың береһе булып тора.
Күмәкләгән – яу ҡайтар­ған, ти халыҡ. Бергәләшеп изге эште атҡарып сығып, ауылды нурға, иманға күмәсәк мәсетте асыу тантанаһында Ғүмәрҙән сыҡҡан, ошонда йәшәгән барлыҡ халыҡ, райондың имам-хатиптары һәм баш­ҡа бик күп мосолман ҡәр­ҙәштәр ҡатнаша. Альбина һәм Әҙеһәм Әхмәт­йәнов­тар, Рима һәм Сөләймән Үҙәнбаевтар ҡорбан салдырып, йыйылған кеше­ләрҙе ҡорбан ашы менән һыйлай.
Яңы асылған иман йортонда Ғүмәр ауылында йәшәгән Айгөл һәм Зәкир Иҫәндәүләтовтар яңы тыуған улдарына исем ҡуштырҙы. Азамат атлы малай ғаиләлә етенсе бала булып тыуған.
Әйткәндәй, Баймаҡ районы иман йорттары асылыу буйынса республикала тәүге урындарҙың береһен биләй. Ғүмәрҙә ҡалҡҡан Аллаһ йорто ла ауыл халҡын иманға әйҙәр, дин юлына алып килер, тотош төйәкте Ислам нурына ҡойондорор тигән ышаныстабыҙ.
Баймаҡ районы.
Читайте нас