Иман
15 Ноября 2019, 15:05

Борайҙағы тарихи мәсет ишектәрен аса!

Уны һүтеп, күңел асыу урыны төҙөйҙәр икән тигән хәбәр ишетелгәс...

Автор фотолары.Автор фотолары.
Автор фотолары.
Борай ауылында иманлы халыҡ йәшәй. Был хәҡиҡәтте урында өс мәсет булыуы ғына түгел, өҫтәүенә заманында тирә-йүндә билдәле боронғо ғибәҙәтхананы күмәк көс менән өр-яңынан төҙөп ҡуйыуҙары ла иҫбатлай.

Район үҙәгенең уртаһында урынлашҡан был бер быуатлыҡ бинаны элек төрлө маҡсатта файҙаланғандар. Магазин, келәт, хатта кинотеатр булып та өлгөргән ул.

Беҙҙең быуат башланғанда иһә элекке мәсет емерелеп тиерлек бөткән. Әммә уны тулыһынса һүтеп, күңел асыу урыны төҙөйҙәр икән тигән хәбәр ишетелгәс, урындағы халыҡ ҡаршы сыҡҡан һәм яңы иман йорто ҡалҡытыу ниәтен белдергән. Әйткәндәй, эш ваҡытында элекке мәсет диуарының бер өлөшө иҫтәлек өсөн һаҡлап ҡалдырылған.

2005 йылда төҙөлә башлаған иман йорто, ниһайәт, ошо көндәрҙә рәсми асыласаҡ. "Тарихи мәсет"те тергеҙеүгә урындағы халыҡ менән бергә Борай төбәгендә тыуып үҫеп, әле төрлө тарафтарҙа йәшәгән яҡташтар ҙа үҙ өлөшөн индергән.

Райондың имам-мөхтәсибе Рифат хәҙрәт Зарипов та сауаплы һәм ҡатмарлы эште ойоштороуҙа, тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Борайҙар ун биш йыл барған төҙөлөштө башынан аҙағынаса еткереүгә ҙур өлөш индергән Фәрҙәт Садиҡовҡа ла рәхмәтле. Ошондай иманлы, оҫта кешеләр билдәләй бит тормош нигеҙен.
Читайте нас