Иман
19 Ноябрь 2019, 08:08

Кешеләр уны ярҙамсыл тип белә

Һабай ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Красноусолда йәшәгән Әлмира Ғөбәйҙуллинаны белмәгән кеше һирәктер. Ул хаҡлы ялға сыҡҡас, ныҡлап дин юлына баҫа. Бынан биш йыл элек районда иң тәүгеләрҙән булып Ҡазан ҡалаһындағы “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһендә белем ала. Байтаҡ йылдар элек ҡатынға унда уҡырға барырға Өфөнөң “Ихлас” мәсетенән килеп, ҡатын-ҡыҙҙарға ғәрәп яҙмаһын, Ислам дине нигеҙҙәрен өйрәткән Фатима Фәтҡуллина тәҡдим итә.

Һабай ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Красноусолда йәшәгән Әлмира Ғөбәйҙуллинаны белмәгән кеше һирәктер. Ул хаҡлы ялға сыҡҡас, ныҡлап дин юлына баҫа. Бынан биш йыл элек районда иң тәүгеләрҙән булып Ҡазан ҡалаһындағы “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһендә белем ала. Байтаҡ йылдар элек ҡатынға унда уҡырға барырға Өфөнөң “Ихлас” мәсетенән килеп, ҡатын-ҡыҙҙарға ғәрәп яҙмаһын, Ислам дине нигеҙҙәрен өйрәткән Фатима Фәтҡуллина тәҡдим итә.


Әлмира Әсҡәт ҡыҙы башҡаларҙы ла үҙ артынан эйәртә, һәм тап уның тырышлығы менән районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан дүрт тиҫтәнән ашыу ҡатын-ҡыҙ был уҡыу йорто шәкерттәре булып, дини ғилем эстәй. Уларҙың 37-һе уның артынса уҡып бөтөп, ҡулына диплом ала.
– Дин юлына ныҡлап баҫып, юғары дини белем биреү учреждениелары, мәҙрәсәләрҙә ғилем алыусыларҙың күпселеге, моғайын, Ҡауарҙы ауылы биләмәһенәндер: Юлыҡ, Һабай, Аҡташ, Ҡауарҙы ауылдарынан “Мөхәмәҙиә”лә күптәр уҡыны, – ти ул, үҙ артынан ғилем юлына баҫыусыларҙың булыуына ғорурлыҡ тойғоһо кисереп. – Минең Ислам дине ҡанундары буйынса йәшәй башлауымдың, йәғни ошо пак юлдан атлауыма кемдеңдер йоғонтоһо булғандыр, тип тә уйлап ҡуям ҡайһы саҡ. Ысынлап та, тыуған ауылым Һабайҙа ап-аҡ йөҙлө, изге күңелле, йомшаҡ һүҙле, бик уҡымышлы, диндар Зыязетдин бабай Ғилманшин ғаиләһе менән йәшәй ине. Ауылға Ҡазан яҡтарынан килеп төпләнгәнлеге билдәле. Шул фәрештәләй аҡ бабайҙың йомшаҡ ҡына ҡулдары менән башымдан һыйпағаны һаман иҫемдә. Ул күптән мәрхүм инде, ә шулай ҙа уның дини булмышы, изге ниәттәре миңә бирелгән һымаҡ тоям. Өлкәндәр тәрбиәһе лә эҙемтәһен ҡалдырған: Аллаһ Тәғәләнең барлығына ышанып, инанып үҫтек.
Изге ниәт ғәмәлгә аша. Әлмира апай диндар кешегә әүерелә. Кешеләр уны яғымлы, ярҙамсыл, итәғәтле итеп белә. Ҡөрьән аштарына ла күптәр уны саҡыра. Аяттарҙы шыма, оҫта уҡый, күңеленән урғылып сыҡҡан тауышы моңло. Ул ураҙаның бер көнөн дә ҡалдырмай, дини байрамдарҙың береһе лә унан башҡа үтмәй, мәсет юлын да һыуытмай. Ислам диненең бары тик иманға, яҡшылыҡҡа, изгелеккә генә өндәүен, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булыуын билдәләп, балаларға сабый сағынан дини тәрбиә бирергә кәрәклеген әйтә.
Хажға барып, Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшеп, изге, сауаплы ғәмәлде лә үтәп ҡайта Әлмира хажиә. Красноусол мәсете ҡаршыһындағы “Иман нуры” кибетенең хужабикәһе ул.
– Элгәре мосолман кәрәк-ярағы, кейем-һалымы, дини китаптар, мосолман календарҙары, намаҙлыҡтар, хәйерлектәр һәм башҡа әйберҙәр таба алмай интегелә ине. Шуларҙы эҙләп ҡалаға йөрөлдө һәм уйланым-уйланым да, әҙләп кенә булһа ла алып ҡайтып, кешеләргә тәҡдим итә башланым. Артабан сауҙа нөктәһе асып, ныҡлап ошо эшкә тотондом. Тора-бара эшмәкәрлекте киңәйтеп, кибетебеҙ кәштәләрендә хәләл ризыҡтарға ла урын бирелеп, халыҡ ихтыяжы ҡәнәғәтләндерелде, – ти әңгәмәсем.
Дингә ылығып, кибеттәге эшкә мөкиббән бирелеп, ғаиләһе хаҡында ла онотмай ул. Әлмира Әсҡәт ҡыҙына Хоҙай бәхетте лә мул биргән. Тормош иптәше, Имәнлек ауылында тыуып үҫкән Миңнәхмәт Лотфулла улы менән 45 йыл иңгә-иң терәп, матур итеп донъя көтәләр. Ире бар ғүмерен агроном һөнәренә бағышлап, хаҡлы ялға сыҡҡан.
Ғөбәйҙуллиндар өс бала тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарған. Барыһы ла юғары белемле, ғаиләләре менән Красноусолда төпләнгәндәр. Ҡыҙҙары Лариса – бухгалтер-иҡтисадсы – мәҙәниәт бүлегендә, юридик белемле Ләйсән район эске эштәр бүлегендә эшләй. Улдары Илнур Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлеген, артабан БДУ-ны тамамлай, әле Себер тарафтарында эшләй. Биш ейәнсәрҙең яратҡан өләсәйе һәм олатайы ла улар.
Ислам – пак дин. Аллаһ Тәғәләгә инанған, дин тотҡан кешенең күңеле лә таҙа, саф була. Әңгәмәсемдәге ихласлыҡтың, инсафлыҡтың, изгелеклелектең тормошобоҙ, тирә-йүндәге кешеләр өсөн ни тиклем әһәмиәтле булыуына тағы ла бер инандым.

Читайте нас